Конгэк
+3 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
23 Сентябрь , 15:05

Мәләүездәр бит улар!

Ошо көндәрҙә Өфө ҡалаһының Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә «Үҙ-үҙеңде еңеү» тип исемләнгән физкультура-спорт фестивале үтте.

Мәләүездәр бит улар!
Мәләүездәр бит улар!

Ошо көндәрҙә Өфө ҡалаһының Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә «Үҙ-үҙеңде еңеү» тип исемләнгән физкультура-спорт фестивале үтте. Сараға республика район-ҡалаларының 25 командаһынан сәләмәтлек мөмкинлеге сикләнгән 130-ҙан ашыу кеше йыйылды.

Улар дүрт көн дауамында йөҙөү, еңел атлетика, дартс, өҫтәл теннисы, урыҫ жимы буйынса ярыштарҙа ҡатнаша. Шулай уҡ пуля менән, лазерлы биатлон комплексынан атыу, бочча буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә булды.

Фестивалдә беҙҙең спортсылар Ринат Дәүләтшин, Ирина Пушка, Артем Гәрәев, Айҙар Сәйетгәрәев лайыҡлы сығыш яһап, байтаҡ призлы урын яуланы. Өҫтәл теннисы буйынса Ирина Пушка һәм Артем Гәрәев - өсөнсө, урыҫ жимы буйынса Ирина Пушка һәм Филюс Сәлимов, йөҙөү буйынса Артем Гәрәев беренсе урындар яуланы. Беҙҙең спортсылар шәп! Киләсәктә лә юғары һөҙөмтәләр, уңышлы сығыштар көтәбеҙ. Был фестивалдән алған тәьҫораттар һәм спорт көрәше рухы уларҙың хәтирәләрендә оҙаҡ һаҡланыр.

Фотолар архивтан. 

Мәләүездәр бит улар!
Мәләүездәр бит улар!
Мәләүездәр бит улар!
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: