Конгэк
-12 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
2 Октябрь , 12:40

Әбейҙе миллион һумға тишек шоманға ултыртҡандар

Уғрыларҙың яңы ысулы тураһында өлкән йәштәге туғандарығыҙға, яҡындарығыҙға еткерегеҙ.

Әбейҙе миллион һумға тишек шоманға ултыртҡандар
Әбейҙе миллион һумға тишек шоманға ултыртҡандар

Иглин районынан пенсионер граждандарҙы алдауҙың яңы ысулын уйлап тапҡан аферистарға ышанып, миллион һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан. Ул интернетта «Кем СССР-ҙа тыуған»тигән яҙыу менән рекламаға юлыға. Оло йәштәге ҡатын сайтҡа инеп, пенсионерҙарға ай һайын дәүләт түләүҙәре бирелеүе, теркәлеү өсөн телефон номерын бирергә кәрәклеге тураһында уҡый. «Мошки» телеграм-каналы хәбәр итеүенсә, бынан һуң уның номерына халыҡ-ара банктың ялған хеҙмәткәре шылтыратып, уға һалынған түләүҙәр ҙур сумма һәм сит илдә берҙәм иҫәптә булыуын хәбәр итә. Түләүҙәргә ғариза яҙыу, лицензия ҡушымтаһы ҡуйыу, һалым һәм таможня йыйымдарын түләү һылтауы менән ҡорбан мутлашыусыларға 1 миллион һумдан ашыу аҡса күсерә. "Таныш пенсионерҙарға хәбәр итегеҙ, ниндәй ҙә булһа түләүҙәр алыу өсөн бер кемгә лә һәм бер ҡасан да аҡса күсерергә ярамай!- тип иҫкәртә хоҡуҡ һаҡлау органдары.

Әбейҙе миллион һумға тишек шоманға ултыртҡандар
Әбейҙе миллион һумға тишек шоманға ултыртҡандар
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: