Конгэк
-1 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
2 Октябрь , 10:10

“Фара”: Беҙ бармаһаҡ, кем барырға тейеш?

Имен-аман операцияларҙы үткәреп, яралары йүнәлгәс тә, “Фара” махсус хәрби операция биләмәһенә талпына, сөнки илде һаҡлау – уның хәрби бурысы икәнлеген аныҡ аңлай.

“Фара”: Беҙ бармаһаҡ, кем барырға тейеш?
“Фара”: Беҙ бармаһаҡ, кем барырға тейеш?

Һап-һары шәл ябынған ҡайын янында сәсен сал баҫҡан 39 йәшлек яугир менән әңгәмәләшәбеҙ. Тормош уны әҙ һынамаған: 2003 йылда Чечняла хеҙмәт иткән, тәүге ҡатыны үлеп ҡалғас, ҡыҙы менән улын яңғыҙ үҫтергән. Икенсе ҡатынынан тыуған улы ошо мәктәптә 9-сы класта белем ала. Тормош беҙ уйлағанса ыңғай ғына бармай шул, икенсе ҡатыны менән тормош юлдары айырылған.

Үлем менән күҙгә күҙ осрашҡанда, тыуған ер, ил, эсер һыу, дуҫлыҡ, кешелеклелек, йәшәү мәғәнәһе кеүек төшөнсәләрҙе нығыраҡ аңлайһың кеүек. Алдан аралашып йөрөгән, уның артынан яу биләмәһенә юлланған, медротала хеҙмәт итеп, яраланған яугирҙәрҙе аяҡҡа баҫтырырға ярҙам иткән Күмертау һылыуы Екатеринаның аҙымы  “Фара” өсөн иң изге тойғоларҙы белдереүгә  тиң. Ғишыҡ утында яныу уларҙың рухын нығытҡан, яуға барғанда көс өҫтәгән. Үлем менән йәшәү араһында һыналған мөнәсәбәтен яугирҙәр тыуған яҡҡа отпускыға ҡайтҡан саҡта нығыта: Мәләүез һәм Күмертау ҡалаһының “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалы хеҙмәткәрҙәре менән никахтарын законлы рәүештә теркәй.

Мәҡәләне тулыһынса гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡығыҙ.

“Фара”: Беҙ бармаһаҡ, кем барырға тейеш?
“Фара”: Беҙ бармаһаҡ, кем барырға тейеш?
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: