Конгэк
-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
14 Июль , 13:55

Республикала коронавирус менән бәйле хәлдең яҡшырыуын август уртаһында көтөргә кәрәк– аналитик

Август уртаһында Башҡортостанда COVID-19 менән бәйле хәлдең һиҙелерлек яҡшырыуы ихтимал, тип хәбәр итте аналитик Александр Драган РБК Өфө телеканалының «Дело» программаһында.

Уның һүҙҙәренсә, әле республика — вирус таралыуҙың өсөнсө тулҡынының һуңғы стадияһында, төбәктә сирҙең тиҙ таралыуы һәм эпидемиологик хәлдең насарайыуы күҙәтелә, ауырыуҙарҙың күбәйеүе ошо хаҡта һөйләй.

Аналитик фекеренсә, Башҡортостанда, башҡа төбәктәрҙәге кеүек үк, 2021 йылдың сентябрендә сирләү кимәленең юғары булыуы ихтимал, ә сентябрҙә эшлекле әүҙемлектең тергеҙелеүенә һәм уҡыусыларҙың, студенттарҙың уҡый башлауына бәйле өҫтәмә хәүеф бар.  

https://www.bashinform.ru/news/1618828-uluchsheniya-situatsii-s-covid-19-v-bashkirii-stoit-zhdat-v-seredine-avgusta-analitik/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
 
Республикала коронавирус менән бәйле хәлдең яҡшырыуын август уртаһында көтөргә кәрәк– аналитик
Автор:Лена Абдрахманова