Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
22 Июль 2021, 09:10

Республикаға һаулыҡ һаҡлау системаһына ярҙам күрһәтеү өсөн 510 миллион һум бүленә

Рәсәй төбәктәренә һаулыҡ һаҡлау системаларына ярҙам күрһәтеү өсөн 85 миллиард һумдан ашыу бүленә. Башҡортостан программаға 510 миллион һум алырға тейеш. Тейешле бойороҡҡа Рәсәй премьер-министры Михаил Мишустин ҡул ҡуйҙы.

«Был аҡса субъекттарҙа һаулыҡ һаҡлау системаларының ныҡлыҡ запасын арттырыр һәм коронавирустың таралыуына ҡаршы уңышлы көрәш алып барыуҙан тыш, планлы медицина ярҙамына сығымдарҙы кәметергә мөмкинлек бирер», — тип Михаил Мишустиндың әйткән һүҙҙәрен килтерҙе хөкүмәттең матбуғат хеҙмәте.

Мәскәүгә — 17,5 миллиард һум, Мәскәү өлкәһенә — 7,3 миллиард, Санкт-Петербургҡа 4,5 миллиард һум бүленә. Байконурға финанслау аҙыраҡ — 2,6 миллион һум.

Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығына ай дауамында төбәктәр менән килешеүҙәр төҙөү һәм федераль аҡсаны тотоноуҙың һөҙөмтәлелеген контролдә тотоу бурысы йөкмәтелде.

https://www.bashinform.ru/news/1620921-bashkirii-vydelyat-510-mln-rubley-na-podderzhku-sistemy-zdravookhraneniya/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
 
Республикаға һаулыҡ һаҡлау системаһына ярҙам күрһәтеү өсөн 510 миллион һум бүленә
Республикаға һаулыҡ һаҡлау системаһына ярҙам күрһәтеү өсөн 510 миллион һум бүленә
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: