+4 °С
Болотло
Көндәр йылыныу менән ҡорт-бөжәктәргә донъя иркенәйә. Кисен баҡсалағы түтәлдәргә һыу ҡойорға сыҡтыңмы, түҙ генә! Бигерәк тә балалар серәкәй тешләүҙән зыян күрә. Һеҙгә һәр хужабикәнең ҡулы аҫтында булған әйберҙәрҙән ҡан эскес бөжәктән һаҡланыу ысулының бер юлын өйрәтәбеҙ.Ярты балғалаҡ валериана төнәтмәһен, дүрт ҡалаҡ балалар кремы, бер ҡап ванилинды бергә бутарға. Серәкәйҙән һаҡланыр өсөн тәндең асҡ урынына һөртөргә кәрәк. Һауытта ныҡлы ҡапҡас ябып һаҡларға кәрәк.