Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramОКVKdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
14 Сентябрь 2022, 13:00

Ҡарағат япрағы файҙалы

Һуңғы йылдарҙа халыҡ емеш ағастарының япрағын күпләп йыйып, ҡыш буйы хуш еҫле сәй эсеп кинәнә.  

Ҡарағат япрағы файҙалы
Ҡарағат япрағы файҙалы
Мәҫәлән, ҡарағат япрағы ла бик фай­ҙалы. Уны белгестәр “тәбиғәт бүләк ит­кән дауа сығанағы” тип йөрөтә. Биге­рәк тә ҡыуаҡлыҡ сәскә атҡанда унда С витамины күп туплана. Япрағын тап шул ваҡытта йыйып ҡалырға мөмкин. Өлгөрә алмағанда, июнь айында ла ярай. Бы­ның өсөн ҡоро көндә, иртән ысыҡ кипкәс, сәләмәт япраҡтарҙы өҙөргә кәрәк.
 
Ҡарағаттағы органик ҡушылмалар ҡандың ойоу процесын көйләй, ҡан тамырҙарын нығыта, ялҡынһыныуҙан һаҡлай. Ҡарағат япрағы сәйе гипертония, атеросклероз, ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан файҙалы, яман шеште иҫкәртә, ҡандағы шәкәр кимәлен көйләй, күреүҙе яҡшырта, организмдан артыҡ һыуҙы сығарырға ярҙам итә. Ул һалҡын тейгәндә бик файҙалы, йүтәл, бронхит, грипп, ангинаны дауалауға булышлыҡ итә.
 
Япраҡтың яңы өҙөлгәнен дә, киптерелгәнен дә файҙаланырға була. Уға ҡурай еләге, сейә япраҡтары, ҡара йәки йәшел сәй ҡушып та әҙерләй алаһығыҙ. Япраҡты сәй кеүек беше­рәләр – сәйнүккә һалып, ҡайнар һыу ҡоялар һәм 15 – 20 минут төнәтәләр.
 
Әлбиттә, һәр нәмәлә сама белергә кәрәк. Ҡарағат япрағы сәйе аллергия тыуҙырырға ла мөмкин. Ул хроник бөйөр сирҙәренән, гастрит, ашҡаҙан һәм бөйән йәрәхәте, тромбофлебиттан яфа­лан­ғандар өсөн зыянлы.
 
Башҡортостан гәзите
Фото: sad-dom.com
Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас: