Конгэк
-4 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫНДАРЫҒЫҘҘЫ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
16 Июль 2021, 13:00

Егәрлегә ел дә уң иҫә

Район хакимиәтендә уҙғарылған эшҡыуарлыҡ сәғәтендә йүнселдәрҙең идеялары тыңлана,  ярҙам күрһәтелә. Яңыраҡ унда Руслан менән Айрат Әлимғужиндарҙың  ғаилә фермаһын үҫтереү буйынса проекты ҡаралды.

Егәрлегә ел дә уң иҫә
Егәрлегә ел дә уң иҫә
Егәрлегә ел дә уң иҫә
Егәрлегә ел дә уң иҫә

Район хакимиәтендә уҙғарылған эшҡыуарлыҡ сәғәтендә йүнселдәрҙең идеялары тыңлана,  ярҙам күрһәтелә.

Яңыраҡ унда Руслан менән Айрат Әлимғужиндарҙың ғаилә фермаһын үҫтереү буйынса проекты ҡаралды. Үҫемлекселек һәм малсылыҡта тырышҡан фермерҙарыбыҙ уңышлы эшләп килә. Хужалыҡтың 750 гектарҙан ашыу сәсеүлеге, уны эшкәртер өсөн ике берәмек комбайны һәм 9 тракторы бар. Әлимғужиндарҙың эшмәкәрлеге йылдам үҫешә, банкротлыҡ иғлан ителгән элекке колхоздың ферма бинаһын былтыр һатып алғандар. Ауыл хужалығы министрлығы грантын алыуға ирешһәләр, фермерҙар һауын һыйырҙарын арттырырға ниәтләй. Район хакимиәте етәкселеге документтар әҙерләүҙә уларға ярҙам ҡулы һуҙасағын белдерҙе.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас в