Конгэк
-4 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫНДАРЫҒЫҘҘЫ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
26 Июль 2021, 14:30

Ауыл хужалығы көндәлеге

Районда бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын урып йыйыуҙың ҡыҙған мәле. Ауыл хужалығы бүлеге мәғлүмәте буйынса ужым культураларынан уртаса уңыш күрһәткесе былтырғыға ҡарағанда ике тапҡырға түбән: гектар ҡеүәте - бары 14,8 центнер.

Ауыл хужалығы көндәлеге
Ауыл хужалығы көндәлеге

Районда бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын урып йыйыуҙың ҡыҙған мәле. Ауыл хужалығы бүлеге мәғлүмәте буйынса ужым культураларынан уртаса уңыш күрһәткесе былтырғыға ҡарағанда ике тапҡырға түбән: гектар ҡеүәте - бары 14,8 центнер. Арпаныҡы саҡ ҡына юғарыраҡ - 27, ә һоло менән борсаҡтан уңыш 13-16 центнер тәшкил итә. Ужым күрһәткесе лә түбән - 12 центнер. (Сағыштырыу өсөн: 2010 йылда ҡоролоҡта 5-6 центнер булған). Йәмғеһе район буйынса 9500 гектарҙан (дөйөм майҙандың 16 проценты) 14500 тонна иген һуғылған. Уртаса гектар ҡеүәте - 15,4 центнер. Баш агроном Аркадий Шафиҡов әйтеүенсә, ямғырҙар башланғансы, булғанын йыйып өлгөрөргә кәрәк. Ә яңыраҡ үткән яуым-төшөм кукуруз, шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш баҫыуҙарына яҡшы тәьҫир иткән.

Ауыл хужалығы көндәлеге
Ауыл хужалығы көндәлеге
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас в