Конгэк
-6 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫНДАРЫҒЫҘҘЫ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
3 Август 2021, 14:25

Сиратта - көнбағыш, ҡарабойҙай

Фермер Александр Емелиндың хужалығында бөртөклөләр уңышын йыйып алынған. Күрһәткес тәр ҙә яҡшы ғына: ужым культураларынан арыштың гектар ҡеүәте - 17,5, ярауай культураларҙан һолоноҡо - 19, арпаныҡы 24 центнер тәшкил иткән. “Яҙын ужым баҫыуында бойҙай янды, ҡайһы бер яландарҙы кире һөрөп, уның урынына ҡарабойҙай сәстек, йәмғеһе был культура 108 гектар биләй. Һуңғы ямғырҙар саҡ ҡына булһа ла ҡоролоҡтан һаҡлай. Был культура ҡар яуғансы сәскә атырға мөмкин. Көнбағыш 250 гектарҙа сәскә ата. “Сенгента” фирмаһынан төрлө сортын алып сәскәйнек, яҡшы уңышҡа өмөт итәбеҙ.

Мал аҙығын әҙерләү дауам итә: бесән саптыҡ, арпа һаламын төргәкләйбеҙ. Кукрузды - силосҡа, сенажға суданка үләнен сабырға төшөргә уйлап торабыҙ, уны ла ҡоролоҡҡа сыҙамаған ужым культураһы баҫыуында һуң ғына сәскәйнек”, - ти Александр Емелин.

Сиратта - көнбағыш, ҡарабойҙай
Сиратта - көнбағыш, ҡарабойҙай
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас в