Конгэк
+20 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
21 Октябрь 2021, 09:35

Бәхил бул, Тәлғәт бабай

Мәләүез ҡалаһының почетлы гражданины, Ленин, Октябрь революцияһы, “Почет билдәһе” ордендары кавалеры Көҫәпҡолов Тәлғәт Рәхмәтулла улы 87-се йәшендә вафат булды.

Бәхил бул, Тәлғәт бабай
Бәхил бул, Тәлғәт бабай

Мәләүез ҡалаһының почетлы гражданины, Ленин, Октябрь революцияһы, “Почет билдәһе” ордендары кавалеры Көҫәпҡолов Тәлғәт Рәхмәтулла улы 87-се йәшендә вафат булды.

Т. Р. Көҫәпҡолов 1935 йылдың 1 июлендә Дәүләтҡол ауылында тыуған. Нурдәүләт ете йыллыҡ мәктәбенә 25 километр йөрөп уҡый. 10 йәшендә генә һабансы ярҙамсыһы булараҡ хеҙмәт юлын башлай, ике йылдан “Сталинец - 6” комбайнында  штурвалсы булып эшләй. 1953 йылда “Ҡыҙыл партизан” колхозында тракторсы булып урынлаша, һуңғараҡ “Һуҡайлы”, 1965 йылда “Ашҡаҙар” совхозында хеҙмәт юлын дауам итә. Алдынғы комбайнсы булараҡ танылыу яулай. Хужалыҡ Мәскәүгә ВДНХ-ға путевка менән дә бүләкләй. Тәлғәт Рәхмәтулла улының тормош юлы ауырлыҡтар, еңеүҙәр килтергән ваҡиғаларға бай. Ас бала саҡ йылдары, ауыр хеҙмәт уның күҙҙәрендәге йәшәүгә ынтылышын һүрелтә алманы. Үҙенең һуңғы көндәренәсә оптимистик рухы, айыҡ аҡылы, яҡшы хәтере, һәммәһенә ярҙам итеү теләге һоҡландырҙы.

Хаҡлы ялға сыҡҡас та Т. Р. Көҫәпҡолов йәмәғәт эштәре башланғысында Дәүләтҡол ауылының старостаһы эшен атҡарҙы, урындағы башҡорттарҙың Ҡоролтайы йәмәғәт ойошмаһына етәкселек итте.

Тормош иптәше Люциә Әҙһәм ҡыҙы менән 66 йыл иңгә-иң терәшеп һоҡланғыс тормош юлы үтте (ҡатыны баҡыйлыҡҡа күскәненә бер нисә генә йыл), аҡыллы һәм егәрле ете балаға ғүмер бирҙе, ейән-бүләсәрҙәренә күңел йылыһын өләште.

Тәлғәт Рәхмәтулла улы менән бар Мәләүез халҡы хаҡлы рәүештә ғорурлана ала. Ул  район, үҙе эшләгән предприятие  етәкселеге, яҡташтары, хеҙмәттәштәре араһында абруй ҡаҙанды. Уның тураһында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр. Тәлғәт Рәхмәтулла Көҫәпҡоловтың яҡындарының, туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Бәхил бул, Тәлғәт бабай
Бәхил бул, Тәлғәт бабай
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: