Конгэк
+26 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
19 Декабрь 2022, 09:40

Әле лә матурҙар, әле лә матур пар

Ишпулат ағайҙы мин ауыл старостаһы булараҡ яҙырға барғайным, әммә һине яҡын кешеһендәй күреп, ихласлыҡ һәм алсаҡлыҡ күрһәтеп, хәләле менән икәүләп өй түренә әйҙүкләп торған кешеләрҙе бер-береһенән айырып ҡарап, мәҡәлә яҙып буламы ни инде?

Әле лә матурҙар, әле лә матур пар
Әле лә матурҙар, әле лә матур пар

Ишпулат ағайҙы мин ауыл старостаһы булараҡ яҙырға барғайным, әммә һине яҡын кешеһендәй күреп, ихласлыҡ һәм алсаҡлыҡ күрһәтеп, хәләле менән икәүләп өй түренә әйҙүкләп торған кешеләрҙе бер-береһенән айырып ҡарап, мәҡәлә яҙып ҡайтып буламы ни инде? Ярты быуаттан ашыу бергә ғүмер кисергән һәм күптән бер бөтөнгә әйләнгән һоҡланғыс пар - Айтуған ауылында йәшәгән Гөлнәфис һәм Ишпулат Бердеевтарҙың тормош сәхифәһен һеҙҙең менән бергәләп байҡайыҡ.

Йәшлек хистәренә тоғро ҡалған улар

Ғаилә башлығы сығышы менән Урта Азиянан. Унда дүрт класс тамамлағас, яҙмыш уларҙың ғаиләһен Башҡортостанға алып килә. Әрмелә хеҙмәт итер йәшкә еткәс, 1969 йылда Совет Армияһы сафына алына.

- Һалдатҡа алғансы апайың менән ике-өс йыл дуҫлашып йөрөгәйнек. Хеҙмәт итеп ҡайтҡас, тимерҙе ҡыҙыуында һуғып, 1971 йылда өйләнешеп ҡуйҙыҡ, - тип йәшлек хәтирәһенә бирелгән Ишпулат ағайға Гөлнәфис апай ҙа ҡушыла:

Үҙем Көйөргәҙе районының Мәмбәтҡол ауылында тыуғанмын. Яҙмыш еле бала саҡта ошо Айтуғанға ташланы. Ун ете генә йәшемдән Бәләкәй Моҡасҡа йөрөп һауынсы булып эшләнем, ике саҡрым араны йәйәү үткәндә, ағайың юлда йыш осрай ине, бер-беребеҙгә шунда иғтибар иткәнбеҙҙер инде. Ишпулат хәрби хеҙмәткә алынғас, Ишембай ҡалаһының трикотаж фабрикаһына эшкә сығып киткәйнем, армиянан һуң барып алып ҡайтты...

 

Мәҡәләне тулыһынса гәзиттең 50-се һанында уҡығыҙ.

Лена ХӘЙРУЛЛИНА фотоһы.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: