«Тимур Аҡсурин менән районға эш сәфәре барышында таныштым. Ул – МХО ветераны. Хәҙер район хакимиәтенең ҡотҡарыу хеҙмәте начальнигы булып эшләй, уны урындағы Совет депутаты итеп һайлағандар. Ошондай тәжрибәле, тормошҡа шундай ҡарашлы кешеләр республикабыҙға һәм илгә бик кәрәк. Уларҙың һәр береһенә уңыштар теләйем», — тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.