Кисә Әбет ауылы клубында райондың “Мәләүез ынйылары” фольклор төркөмө, Әбет, Аптраҡ, Ерек, Эткөсөк, Хәсән, Томансы, Смаҡ, Шәрип, Аҡназар, Һыртлан, Ҡаран, Ҡотош, Боһорман, Восточный ауылдары мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре “Беҙ бергә!” хәйриә акцияһы сиктәрендә сығыш яһаны. Быға тиклем дә тап улар башланғысы менән әллә күпме гуманитар ярҙам әҙерләнеп һалдаттарға оҙатылды ла инде. Бындай сығыштар ауылдарҙа дауам итәсәк. Ситтә ҡалмағыҙ, яҡташтар, килегеҙ, берҙәмлегебеҙҙе күрһәтәйек!
Райондың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре яугирҙәргә маскировка селтәре үреү, окоп шәмдәре ҡойоу, башҡа төрлө гуманитар ярҙам әҙерләүҙә лә беренселәр! Афарин! Изгелегегеҙ ерҙә ятып ҡалмаҫ!