Ул махсус хәрби операцияла һәләк булған Рауил Барыев иҫтәлегенә арналды. Сара ҡаһарман яугирҙең һеңлеһе Динара Айытова инициативаһы менән ойошторолдо. Был идеяны ауыл биләмәһе хакимиәте күтәреп алды, урындағы халыҡ һәм ирекмәндәр ҡушылды. Ергән халҡы был юлы ла үҙенең әүҙемлеген һәм берҙәмлеген күрһәтте.
2024 йыл йомғағы буйынса ергәндәр "Айыҡ ауыл" конкурсында еңеүсе булды. Саңғы ярышында төрлө спорт саралары ойошторолдо. Ул бергәләп ҡаргиҙәрҙә йөрөү, бер-береңде түңәрәктән этәреп сығарыу, көс һәм таһыллыҡҡа йүнәлтелгән ҡыҙыҡлы конкурс, эстафета, йомаҡ ҡойоу менән үрелеп барҙы. Бергәләп саф һауала үлән сәйе менән һыйланды халыҡ. Сергей Егоров - урындағы активист, спортсы трасса әҙерләүгә, ә ирекмән Азамат Рафиҡов ҡатнашыусыларҙы йәлеп итеүгә күп көс һалды. Спорт мәктәбе, ауыл мәҙәниәт йорто, урындағы халыҡ бөтәһе лә ҡатнашты. Берҙәм ауыл халҡы "Айыҡ ауыл" республика конкурсында ла еңер тип ышанабыҙ!