«Радмир Урал улы МХО-ға тиклем милли китапханала эшләне. Үҙ теләге менән фронтҡа китергә ҡарар итте. Арыҫлан Фәнил улы Доставалов исемендәге батальонда хеҙмәт итә, дәүләт наградалары менән бүләкләнгән. Хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт», — тине Радий Хәбиров.
Радмир Байегетов - Зәки Вәлиди исемендәге милли китапханала директор урынбаҫары, Арыҫлан Мырҙағолов Иглин үҙәк район дауаханаһында эшләгән.
«Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа, хөкүмәткә, Дәүләт Йыйылышына һәм барлыҡ Башҡортостан халҡына даими ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерәм. Тылыбыҙҙың ныҡлы икәнен тоябыҙ. Беҙҙең ғаиләләргә лә ярҙам күрһәтелә. Тыл һәм фронт берҙәм булғанда еңелмәҫбеҙ. Еңеү беҙҙең яҡта булыр», — тине Радмир Байегетов.
«Яҡшы хеҙмәт итеп, иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ», — тигән теләктәрен еткерҙе республика етәксеһе.
Сығанаҡ: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.