ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
12 Февраль , 11:55

«Башҡорт»: был минең ҡарарым ине

Тыныс тормошта һәүетемсә, күңеленә яҡын кәсебе менән шөғөлләнеп йәшәгән йәш егет 2022 йылда МХО-ла ҡатнашыу маҡсатында контрактҡа ҡул ҡуя.

«Башҡорт»: был минең ҡарарым ине
«Башҡорт»: был минең ҡарарым ине

Тыныс тормошта һәүетемсә, күңеленә яҡын кәсебе менән шөғөлләнеп йәшәгән йәш егет 2022 йылда МХО-ла ҡатнашыу маҡсатында контрактҡа ҡул ҡуя.

- Яуҙа саҡта, ауыр мәлдәр булманы түгел, әлбиттә, булды. Әммә хатта иң көсөргәнешле ваҡыттарҙа ла унда барғаным өсөн бер генә тапҡыр ҙа үкенмәнем, - ти ул.

Ватанын «Башҡорт» ҡушаматлы һалдат булараҡ һаҡлаған егет тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡас, оҙаҡ ҡына уйланғандан һуң, туғаны менән кафе асырға булалар. 

Барып инеү менән хәрби рух биләп алған кафены асыу уйы матди яҡты күҙ уңында тотоп барлыҡҡа килмәгән. Кафе һүҙен ишетеү менән күптәрҙең күҙ алдына күңел асыу урыны баҫҡандыр, әммә кешеләр унда тыныс шарттарҙа бер-береһе менән аралашыр, күңелен бушатыр өсөн килә. Яу ҡырынан ҡайтҡандар, улын, ирен, һөйгәнен көткән ҡатын-ҡыҙҙар, яҡынын юғалтҡандарҙың күңел кисерештәрен үҙе лә ут кисеп өлгөргән яугир яҡшы аңлай.

- Армиянан ҡайтҡан, төрлө хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡан егеттәр бында хәрби хеҙмәткә бәйле ниндәйҙер әйберен килтереп тапшыра, әрмегә бәйле хәтирәләре менән уртаҡлаша, икенселәре һағышын баҫыр урын эҙләй. Тынлыҡта, яңғыҙлыҡта ҡалып, уйҙарын тәртипкә килтереү уйы менән ингәндәр ҙә байтаҡ.

Быйыл һалдаттарға ярҙам күрһәтеү маҡсатында туғаным менән бергә хәйриә фонды булдырҙыҡ. Үҙебеҙ шул юлды үткәс, хәрбиҙәргә нимә кәрәген яҡшы беләбеҙ. Һәр алынған әйберҙең егеттәргә барып етеүен тәьмин итәбеҙ, - ти «Башҡорт»...

Мәҡәләне тулы күләмдә гәзиттең 7-се һанында уҡырға мөмкин.

Фото архивтан.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: