ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
12 Февраль , 12:26

Яҡташтар! "Сөсө икмәк" акцияһына ҡушылығыҙ!

Изгелек акцияһынан ситтә ҡалмайыҡ!

 23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө яҡынлаша. Яҡындарығыҙға ниндәй бүләк әҙерләү тураһында  күптән хәл иткәнһегеҙҙер инде.

  Ә беҙ, “Көнгәк” гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре Тыуған ил именлеген һаҡлаған яугирҙәргә  сөсө икмәк бешерергә булдыҡ. Ни өсөн сөсө икмәк? Был ризыҡ тиҙ иҫкермәй, тәмен оҙаҡ ваҡыт һаҡлай.

Хөрмәтле яҡташтар!

Изгелек акцияһына һеҙ ҙә ҡушылығыҙ! Ағинәйҙәр, мәктәп, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, хужабикәләр, хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар, һеҙгә мөрәжәғәт итәбеҙ!  “Сөсө икмәк” акцияһынан ситтә ҡалмағыҙ. Ҡабул итеү пункты  - “Көнгәк” гәзите  редакцияһы. Уны 19 февралгә тиклем килтереүегеҙ һорала.

Теләгәндәр бауырһаҡ, сәк-сәк бешерә ала. Тыуған ил азатлығы өсөн көрәшкән егеттәребеҙгә бик яҡшы күстәнәс булыр ул.  Был барыбыҙҙың да ҡулынан килә, күңел йылыбыҙ менән бүлешәйек!

Мәғлүмәт өсөн телефон: 8-996-404 -24-91.

Иртәнге 9-ҙан киске 6-ға тиклем шылтыратырға мөмкин.

Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: