ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
13 Февраль , 09:37

Ҡала мәҙәниәт һарайында хәйриә концерты үтте

Илһөйәрлек менән һуғарылған матур сарала Мәләүездең иң талантлы үҙешмәкәр артистары сығыш яһаны. Билет һатыуҙан йыйылған аҡса  Хәйриә Фондына  ебәрелде.

 Тамашасылар һәр сығышты алҡыштарға күмде. Концерт Рәсәй именлеге, берҙәмлек, илебеҙҙең яҡты киләсәгенә ышанғандарҙы тағы ла нығыраҡ берләштерҙе. Төп тема әлбиттә, ҡаһарманлыҡ, илһөйәрлек, Ватан, Тыуған илгә һөйөү һәм ил азатлығы өсөн көрәшкән яҡындарыбыҙҙы һағыныу, юҡһыныу ине. Һәр кем махсус операцияның тиҙерәк тамамланып, яҡындарының еңеү менән ҡайтыуын теләне.

Азатлыҡ өсөн йәнен фиҙа ҡылғандарҙың рухы бер минут тынлыҡ менән билдәләнде. Илебеҙгә хәүеф янағанда беҙ бер йоҙроҡ булып берләшеү көсөнә эйә, бөгөн район-ҡала халҡы, ирекмәндәр, уҡыусы-эшселәр бер сафҡа баҫып яугирҙәребеҙгә ярҙам итә. Маскировка селтәре үреү, гуманитар һәм шәхсән ярҙам, ирекмәндәр эше - бөтәһе лә ошо йүнәлештә алып барыла. Ауыл биләмәләрендә хәрби-илһөйәрлек айлыҡ сиктәрендә үткән “Беҙ бергә!” хәйриә концерттары ла ошоға дәлил.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға ярҙам йөҙөнән ойошторолған концертҡа килеп теләктәшлек белдергән һәр кем күңел күтәренкелеге менән таралды. Мәләүез халҡы яҡташтары менән ғорурлана һәм уларҙың тиҙерәк еңеү менән ҡайтыуын көтә.

Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: