Бөгөн Ергән ауылының күп функциялы клубында, «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә күсмә берҙәм ғаилә консультациялары көнө үтте.
53 ауыл биләмәһендә йәшәүселәр төрлө өлкә белгестәренән бушлай консультация ярҙамы алды.
Мәшғүллек үҙәге эшкә урынлашыуҙа һәм һөнәри йүнәлеш биреү, «Ғаилә» үҙәктәре ғаиләләргә һәм балаларға ярҙам итеү, күп функциялы үҙәк дәүләт хеҙмәттәре буйынса, Социаль фондтың БР буйынса бүлексәһе социаль түләүҙәр һәм льготалар, мәғариф һәм опека бүлектәре балалар хоҡуҡтарын яҡлау һәм уҡытыу мәсьәләләре, Юристар Ассоциацияһы юристары хоҡуҡи ярҙам, врач-наркологтар сәләмәт йәшәү рәүеше, участковыйҙар хәүефһеҙлек һәм хоҡуҡ тәртибе, Ватанды Һаҡлаусылар дәүләт фонды филиалы социаль координаторҙары үҙ өлкәһенә ҡағылышлы мәсьәләләрҙә ярҙам күрһәтте.
Алдан яҙылыу талап ителмәгән консультациялар халыҡ өсөн бик тә кәрәкле. Был сара ғаиләләргә, бигерәк тә яҡындарына ярҙам итеүҙә мөһим аҙым буласаҡ.
"Беҙ һәр кемгә ярҙам итер өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйбеҙ!", - ти белгестәр.
Фотолар архивтан.