ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
14 Февраль , 12:30

Мәрхәмәтлектең юҡтыр сиктәре

Билдәле яҙыусы Федор Достоевскийҙың «Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр» тигән һүҙҙәре бар.

Мәрхәмәтлектең юҡтыр сиктәре
Мәрхәмәтлектең юҡтыр сиктәре

Билдәле яҙыусы Федор Достоевскийҙың «Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр» тигән һүҙҙәре бар. Бөйөк шәхестең әйткәндәре менән килешмәү мөмкин түгел. Матурлыҡ донъяға йәм өҫтәһә, изгелек уға өмөт, йылы биреп, тағы ла күркәмерәк итә.

Донъяға күңел күҙе аша баҡҡан, уны тәбиғәттән бирелгән һәләте ярҙамында тағы ла күркәмерәк итеүгә өлгәшкән коллегабыҙ, урындағы «Сатурн» телевидениеһында район-ҡала ваҡиғалары, яҡташтар тураһында матур тапшырыуҙар әҙерләп, зәңгәр экран аша күңелдәргә изгелек, илһөйәрлек орлоҡтары һалған Алисә Үҙәнбаева шундай кешеләрҙең береһе. Уның хәйриә акцияһында ҡатнашып ил һағындағы һалдаттарға, мохтаждарға ярҙам итеү маҡсатында оҫталыҡ дәрестәре ойоштороп ебәреүе һоҡланыуға һәм хөрмәткә лайыҡ.

Уның дәресенә килгәндәр үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, тылсым эйәһенә әүерелеп,  һоҡланғыс ижад өлгөләре тыуҙыра. Мольберт артындағы уҡытыусыны иғтибар менән күҙәтеүҙән күптәрҙә күңел күтәренкелеге, үҙ-үҙенә ышаныу тойғоһо барлыҡҡа килә. Хатта ҡулына оҙаҡ йылдар ҡылҡәләм алмағандар ҙа, бер ҡасан да рәсем төшөрөү менән мауыҡмағандар ҙа, оҙаҡ ҡына аҡ ҡағыҙға текәлеп ултырғандан һуң хисләнеп китеп, күҙҙе иркәләрлек һүрәт төшөрөп ҡуя. Өс сәғәтлек дәрес ҡыҫҡа бер мәл булып тойола.

Уҡыусыға ҡанат ҡуйыу уҡытыусы оҫталығына бәйле икәнен яҡшы белгән Алисә Самат ҡыҙы һәр кем йөрәгенә асҡыс табып ҡыҙыҡһындыра, ҡатмарлыны ябай телдә аңлатып, дөрөҫ йүнәлеш бирә белә.

«Ижад донъяһына ишек асҡан уҡытыусыма рәхмәтлемен. Бөгөн Ватанды һаҡлаған һалдаттарға, шулай уҡ мохтаждарға ярҙам итә алыуыма бер шатланһам, үҙем төшөргән рәсемде лә бик оҡшатып, дәртләнеп, илһамланып ҡайтам», - тигән һүҙҙәр уның үҙенә лә илһам өҫтәмәй ҡалмайҙыр.

 Кешеләргә ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы, үҙ һөнәренә ғашиҡ коллегабыҙ йәш быуынға һөнәри йүнәлеш биреү менән бергә улар күңелендә күркәм кешелек сифаттарын тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индерә, фекерләү һәләтен үҫтерә...

Мәҡәлә тулы күләмдә гәзиттең 7-се һанында.

Фотолар архивтан.

Мәрхәмәтлектең юҡтыр сиктәре
Мәрхәмәтлектең юҡтыр сиктәре
Мәрхәмәтлектең юҡтыр сиктәре
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: