Илен һаҡлар өсөн яуға күтәрелгән һәр яугирҙең үҙ яҙмышы, үҙ юлы.
Тик уларҙың һәр ҡайһыһы Ватан именлеген һаҡлау ҡарарын йөрәк ҡушыуы буйынса ҡабул иткән.
Ҡулына ҡорал алғансы уҡ ҡыйыу аҙымдар яһап үҙ тормошон ҡырҡа үҙгәртеүҙән ҡурҡмаған «Данис» ил өсөн ҡатмарлы осор башланғас та, ихтыяр көсөн һәм тәүәккәллеген эшкә егә.
Мәләүез егете «нуль»дән башлап ебәргән бизнесын, асҡан кафеһын һатып, үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға китергә ҡарар итә. Тик хәрби хеҙмәттә булмауы уның өсөн төрлө ҡатмарлыҡтар тыуҙырып, конрактҡа ҡул ҡуйыу өсөн кәртә булып тора. Уға әрме хеҙмәтен үткән, спортты үҙ иткән ике туған ҡустыһы ла ҡушылырға теләк белдергәс, туғандар бергә китергә тигән уртаҡ уйға килә. Бер-береһенән айырылырға теләмәгән Мәләүез егеттәре өмөтөн юғалтмай, ил һаҡларға китер өсөн төрлө юлдар эҙләй башлай. Тиҙҙән Чечняла «Әхмәт» полкына яугирҙәр йыйыу тураһында белеп ҡалалар. Егеттәрҙең хәрби юлы Грозный, Гудермес ҡалаларынан башланып, махсус хәрби операцияһы биләмәһенә барып тоташа...
- Үҫмер саҡта һәр егет кеүек армия тураһында хыялландым. Ҡаланың 1-се мәктәбенән һуң колледжға уҡырға ингәс, хәрби хеҙмәт кисектерелә килде. Ҡулға диплом алғас та әрмегә китергә насип булманы, хәрби комиссияны һаулығыма бәйле үтә алманым, - ти «Данис».
Уҡыуын ситтән тороп Ырымбур ҡалаһы университетында дауам иткән егет бер нисә йыл банк хеҙмәткәре була. Эшен, һөнәрен яратып, бына тигән эшләп йөрөгән еренән, тормошон 180 градусҡа үҙгәртеп, Себергә сығып китә. Унда үҙ тырышлығы менән ябай эшсенән матди-техник тәьминәт инженеры вазифаһына күтәрелә.
- Махсус хәрби операцияға матди яҡты уйлап китмәнем, аҡсаға мохтажлығым юҡ ине. Бары тик минең өсөн дә үҙ Ватаным алдындағы изге бурысты үтәү ваҡыты еткәнен аңланым, - ти ул...
Мәҡәлә тулыһынса гәзиттең 8-се һанында.
Фото архивтан.