ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
17 Февраль , 14:00

Шөкөр! Сөсө икмәк килтерә башланылар!

Ватанды һаҡлаусылар байрамына яугирҙәргә күстәнәстәребеҙ барып етер, Алла бойорһа!

Шөкөр! Сөсө икмәк килтерә башланылар!
Шөкөр! Сөсө икмәк килтерә башланылар!

“Көнгәк” гәзите хеҙмәткәрҙәренең “Сөсө икмәк” акцияһын иғлан итеү менән махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә тигән посылкалар төрлө яҡтан редакцияға ағыла башланы. Иң тәүҙә йүгерә-атлай Хәлиҙә Шәйәхмәтова апай моҡсай тултырып үҙе бешергән милли ризыҡты индереп сыҡты. Артынса Иштуған ауылы биләмәһе башлығы Ринат Әлмөхәмәтов водителе Робер Мөхәмәтшин менән икәүләп Флорида Булатова етәкселегендәге “Изгелек” төркөмө ағзалары әҙерләгән посылкалар килтерҙе. “Ағинәйҙәр, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре бауырһағын да, сәк-сәген дә бешерҙе”, - ти иштуғандар. Үрге Юлдаш ауылы ағинәйҙәре бешергәнен Гөлирә Ишһарина килтереп еткерҙе. Ҡалалағы 15-се “Гүзәл”  балалар баҡсаһынан “Бәпембә” төркөмөнә тәрбиәләнеүселәренең әсәйҙәре лә сөсө икмәк бешергән. “Был юл тоҡсайын махсус үҙем тектем, күстәнәстәрҙе лә өләсәйемдән яҙып алған рецепт буйынса әҙерләнем”, - ти тәрбиәсе Гүзәл Ҡәйүмова. Афарин, яҡташтар! Акция 19 февралгә тиклем дауам итә. Ватанды һаҡлаусылар байрамына яугирҙәргә күстәнәстәребеҙ барып етер, Алла бойорһа!

Шөкөр! Сөсө икмәк килтерә башланылар!
Шөкөр! Сөсө икмәк килтерә башланылар!
Шөкөр! Сөсө икмәк килтерә башланылар!
Шөкөр! Сөсө икмәк килтерә башланылар!
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: