ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
19 Февраль , 08:40

Кәрәкмәһә, тапшырығыҙ

Яугирҙәр уға мохтаж.

Дошмандың оптик сүсле  осоусы аппараттары менән көрәшеү өсөн, унда РЭП (радиоэлектрон ҡаршылыҡ ) ҡына етмәй. Фронт өсөн  Росгвардия үҙ конфискатына мылтыҡтар йыя.  

2024 йылдың 8 авгусында Рәсәй Президенты Владимир Путин конфискацияланған ҡоралдарҙы махсус операция зонаһына тапшырыуҙы ябайлаштырыу тураһында законға ҡул ҡуйҙы, тейешле документ хоҡуҡи акттарҙың рәсми баҫылған сайтында урынлаштырылған.

Росгвардия Рәсәй федерацияһы исеменән дәүләт милкенә күскән ҡорал йәки патрондар милексеһе вәкәләттәренә эйә буласаҡ. Росгвардия башҡа дәүләт хәрбиләштерелгән ойошмаларына ҡорал йәки патрондар тапшырғандан һуң, РФ исеменән милексе вәкәләттәрен ошо дәүләт ойошмалары тормошҡа ашырасаҡ. Шулай уҡ закон буйынса, росгвардия ҡорал йәки патрондарҙы юҡ итеү тәртибен билдәләй. Документ росгвардия тарафынан юҡ ителергә тейешле ҡоралдарҙы йәки патрондарҙы ҡулланыу йәки уларҙы башҡа дәүләт хәрбиләштерелгән ойошмаларына ҡулланыу өсөн тапшырыу хоҡуғын күҙ уңында тота. Росгвардияның территориаль рөхсәт хеҙмәттәренә мөрәжәғәт итегеҙ, ҡалаларҙа тап ошо йүнәлеш менән шөғөлләнеүселәрҙең эш номерҙарын табығыҙ һәм яугирҙарыбыҙға дошмандың үлемесле, рэп саралары менән тотоп булмаҫлыҡ дрондарынан һаҡланырға ярҙам итегеҙ! 

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: