Ни өсөн сөсө икмәк? Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яҡташ яугирҙәр менән осрашып, һөйләшеп торабыҙ. “ Яу яланында йөрөгәндә иң һағындырғаны нимә?” тигән һорауға улар йыш ҡына өйҙә бешерелгән ризыҡты һағыныуын белдерә. Бауырһаҡ, сәк-сәк һәм сөсө икмәк – оҙаҡ һаҡлана, тәмен һәм сифатын юғалтмаған аҙыҡтарҙың береһе. Шуға күрә күп уйлап тормай гәзит уҡыусыларыбыҙға саҡырыу ташланыҡ.
Мәләүездәрҙең изге эшкә бер төптән күтәрелеп сығыуын белә инек. Акцияға район халҡы дәррәү ҡушылды. Гәзитебеҙ дуҫы Хәлиҙә Шәйәхмәтованың аяғы еңел булды – ул килеп китеү менән Римма апай Сәйетбатталова, Үрге Юлдаш ағинәйҙәре, Әбет уңғандары, Лиана Бикбаева етәкселегендәге башҡорт халыҡ хоры коллективы, 15-се балалар баҡсаһы, Иштуған, Арыҫлан һәм Аптраҡ биләмәләре башлыҡтары үҙ ауылдарында бешерелгән тәмлекәстәрҙе килтерҙе. Уларҙың барыһына ла рәхмәт! Ике көн эсендә 300 килограмға яҡын майға баҫылған икмәк, бауырһаҡ, сәк-сәк ҡабул иттек. “Йөрәк ҡушыуы буйынса” ирекмәндәр ойошмаһы аша оҙатылған ҡумталарҙа “Көнгәк” гәзите, балаларҙың аталарына, ағаларына, яҡындарына яҙған хаттары, һүрәттәре лә бар ине.
Илебеҙ һағындағы яугирҙәр байрам көнөндә ҡул һәм өй йылыһы һеңгән тәмлекәстәр менән сәй эсеп, аҙ булһа ла күңел һағыштарын таратҡандыр, тип ышанабыҙ.