Райондың һәр ауыл биләмәһе яугирҙәребеҙгә ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. Маскировкалау селтәре үреү, гуманитар ярҙам күрһәтеү күңел талабына әйләнде. Шулай уҡ яҡындарын ут йотоп тылда көткәндәрҙе лә күҙ уңынан ысҡындырмайбыҙ. Һарыш ауылында үткән концерттан һуң йыйылып яҡташтарыбыҙҙың яҡындарына ихтирам йөҙөнән бәләкәй генә бүләк тапшырҙыҡ.