ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Атылған йондоҙ арауығындағы мөхәббәт

Эльвира Йәғәфәрова менән Александр Граковтың мөхәббәт тарихы Мостай Кәримдең “Ярлыҡау” повесына ауаздаш һымаҡ.

  Мәләүез механика - технология техникумын тамамлаған Эльвира хеҙмәт юлын Сорғот ҡалаһында башлай.  Тап ошонда Омск ҡалаһынан Александар Граков менән таныша. Һөйгәненә оҡшар өсөн егет хатта башҡортса һөйләшергә өйрәнә.

Эльвира эшләгән офис короновирус таралған осорҙа ябыла һәм ул тыуған ҡалаһына ҡайтырға мәжбүр була. Егеттең “Мин һине барыбер ташламайым” тигән һүҙҙәрен ысынға алмай ҡыҙ, әммә ныҡышмал егет һүҙендә тора, уны эҙләп Мәләүезгә килә. Йәштәр никахтарын теркәй. Улдары Данияр тыуа, бер йылдан Даян донъяға килә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәхеттәре оҙаҡҡа һуҙылмай уларҙың. Махсус хәрби операция башланғас, Александарҙың әсәһе телефондан улының теркәлеү урыны буйынса повеска килтереүҙәре тураһында шылтырата. Мәскәүҙән вахтанан ҡайтып ҡына торған Александр, ғаиләһе менән поезда алыҫ Омск тарафына юллана. Ҡулда ике айы ла тулмаған Даян, бер йәшлек Данияр, иренең ауылына саҡ барып етә улар. Юлда уҡ Александр хәрби комиссариатҡа ҡайтып килеүе тураһында хәбәр итә, ике бәләкәй бала менән булғас, бәлки, бер аҙ ваҡытҡа кисектереп торорҙар, тип ышана улар.

  • Бер кис ҡунғас, иртүк машина менән хәрби комиссариатҡа алып та киттеләр. Хушлашып, кешесә оҙатып та ҡала алманыҡ, - тип хәтерләй Эльвира Фаяз ҡыҙы ул көндө. Мобилизация буйынса 2023 йылдың 7 ноябрендә махсус хәрби операцияға алынды, 23 июлдә иһә контрактҡа ҡул ҡуйған. Хәрби машина наводчигы булып хеҙмәт итте. Хәбәрһеҙ юғалды тигән ҡурҡыныс хәбәр алғас, көн менән төн буталды. Ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итмәнек,  2024 йылдың 22 авгусында ғына табылды. Бәйләнешкә һирәк сыҡты. Ҡыҫҡа ваҡытлы һөйләшеү мәлендә  тыным менән тартып алырҙай хәлгә етә инем. Александр ихлас кеше ине,  кәйефһеҙ сағын, төшөнкөлөккә бирелгәнен хәтерләмәйем. Улдарыбыҙ үҫкәс кем булыр икән, тип бер нисә тапҡыр һорағайны. Ғүмеренең ҡыҫҡа булыуын үҙе белдеме икән, тип уйлайым, - ти яугир ҡатыны. - Данияр атаһын хәтерләй, бәләкәйе лә уның фотоһын үбеп, көнө нисек үтеүе тураһында һөйләгән була. Балаларымдың  бер генә һорауына яуап таба алмайым. Йыш ҡына “Нишләп һаман ҡайтмай?” тип һорайҙар. - Атайығыҙ һеҙҙең һымаҡ балалар тыныслыҡта, именлектә йәшәһен тип һәләк булды. Ул беҙҙең эргәлә, һеҙҙе ҡурсалай, әммә уны күреү һәм ҡосаҡлау мөмкин түгел,  тип яуап бирәм. Балаларыма күҙ йәшен күрһәтмәҫкә тырышам. 

Үҙе бала кеүек кенә күренгән йәш әсәнең юғалтыу ҡайғыһы менән көрәшеүе үҙе ҡаһарманлыҡ.

 - Тынысланыр өсөн картиналар сигә башланым. “Ватанды һаҡлаусылар” фонды белгестәренең ярҙамын һәм хәстәрен асыҡ тоям. Форсат менән файҙалып, уларға рәхмәтемде белдерәм, - ти Эльвира.

Юғалтыу ҡайғыһы бер ҡасан да үтмәй. Әммә әсә кешенең балаларын аяҡҡа баҫтырыу, кеше итеү теләге көслө була бит ул. Шундай көстөң барлығын махсус хәрби операцияһында ҡатнашыусының тол ҡатыны Эльвирала тойҙом...

Атылған йондоҙ арауығындағы мөхәббәт
Атылған йондоҙ арауығындағы мөхәббәт
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: