ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Уның рухы йәшәүгә көс һәм ышаныс бирә

Махсус операцияла Тыуған ил азатлығы өсөн һәләк булған һалдаттарҙың ҡатындары иңендә оло яуаплылыҡ ята. Юҡ,  ҡулына ҡорал алмай, орден-миҙал менән дә бүләкләнмәй гүзәл заттар.  Әммә ундайҙар тылда ысын батырлыҡ күрһәтә. Улар һалдаттарға гуманитар ярҙам әҙерләй һәм йыя, бер-береһенә ярҙам итә, уларҙың хоҡуғы өсөн көрәшә һәм балалар тәрбиәләй.


Бөгөн махсус хәрби операция биләмәһендә һәләк булған Мәләүез егете Марат Саматовтың ҡатыны Земфира Зариф ҡыҙы менән әңгәмәбеҙ.
- Яҙмышым тыуған ауылым менән тығыҙ бәйле. Ошонда атай-әсәйемдең татыу ғаиләһендә Әлфиә, Зөлфиә апайҙарым менән иркәләнеп үҫтек. Атайым шәкәр, минераль ашламалар заводтарында эшләне, беҙҙе яратып тәрбиәләне, уны бөгөн дә юҡһынып хәтерләйбеҙ. Әсәйем Ҡотош ауылында фельдшер. Ауыл мәктәбен тамамлағас, Салауат медицина колледжына уҡырға индем.
Беҙ Марат менән бер-беребеҙгә беренсе ҡараштан ғашиҡ булдыҡ. Үҙем кисермәһәм, бындай мөхәббәт китапта, фильмдарҙа ғына, тип ҡаршы төшөр инем. Студент сағым, кискә табан дөйөм ятаҡ алдына килә лә гитара сиртеп, йырлай. Уға бөтәбеҙ ҙә ғашиҡ инек, төҫкә нисектер ныҡ оҡшаш булғанғамы, уны минең ағайым тип уйлаусылар күп булды.
Ғаиләбеҙгә 2013 йылда нигеҙ һалынды. Ул – ҡала егете, ныҡ ябай, ярҙамсыл, игелекле булды. Үҙ мөйөшөбөҙ булмағанлыҡтан ҡәйнәмдәрҙә йәшәнек. Мин беренсе балабыҙ Самира менән өйҙә, ул ит комбинатында эшләй. Нисек кенә арып ҡайтмаһын, төндә бала илап уянһа, минән алда тороп коляскаға йәбешер ине. “Һиңә ял кәрәк, йоҡла”- ти, ә үҙенә иртүк тағы сменаға. Эш урынында һалҡын тейҙереп, бик ҡаты ауырып китте, оҙаҡ ҡына дауаланды. Һаулығы нығынып та бөтмәне, Себер тарафына юлланды. Ниндәй генә ҡаршылыҡҡа осрамаһын, төшөнкөлөккә бирелмәне, оптимистик рухлы булды. Икенсе ҡыҙыбыҙ Әминә тыуғас, күктең етенсе ҡатындағылай шатланды.
Ҡотоштан йорт, төҙөлөш материалдары  һатып алдыҡ, гараж урынын билдәләнек. Баҡсабыҙ ҙур –яһалма күл эшләп, балыҡ үрсетәсәкмен тип хыялланды. Саҡ ҡына буш ваҡыты булһа, ғаилә менән тәбиғәт ҡосағына юлланабыҙ. Балыҡ ҡармаҡлау - яратҡан шөғөлө ине. Ҡыҙҙарыбыҙға тирә-яҡ райондарҙың иҫтәлекле урындарын күрһәтергә яратты. Матурлыҡты күреп, тойоп үҫһендәр, тип ҡабатларға яратты, эсмәне, тартманы.
Украиналағы яңылыҡтарҙы 2014  йылдан бирле күҙәтеп барҙы. Халыҡты кәмһетеүҙәре, балаларҙы яфалағандарын күрһәтһәләр, телевизорҙы һүндереп үк ҡуя. “Унда беҙҙең халыҡ йәшәй, беҙҙекеләрҙе кәмһетәләр” тип уфтанды. Күңеле менән махсус хәрби операция башланғанға тиклем Украиналағы ябай халыҡ менән ине. Илһөйәр булды, халыҡ ҡайғыһы - уның күңел һыҙланыуы, кисереше ине. Махсус хәрби операция башланғас, сентябрь айында хәрби комиссариатҡа китте. “Нишләп барҙың, һаулығың яҡшы түгел, баш тарта алаһың  бит”- тип үкһейем. “Хәл ителгән, барырға кәрәк, Рәсәйҙе кем һаҡларға тейеш?” - тигән һүҙҙәр менән яуап ҡайтарҙы.
16 октябрҙә оҙаттыҡ. Һөйләшкәндә лә бөтәһе лә бар, етә, ҡайғырмағыҙ тип тынысландырҙы. Ике тапҡыр Пензаға янына барҙым. Бөтәһе лә яҡшы булыр, ҡайғырмағыҙ, балаларҙы һаҡла тип ҡабатланы. Зарланманы, ике тапҡыр ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты. Ҡыҙҙарын ҡулынан төшөрмәне, шул тиклем һағынғайны. Һуңғы ҡайтыуы апрелдә булды. Ялы тамамланыуға ике көнө ҡалһа ла егеттәргә ҡыйын, бара һалайым тип ашыҡты. Аэропортҡа машинала алып барҙым. Самолет осоуға апаруҡ ваҡыт булһа ла, оҙаттырманы. Ҡайт, хушлашыу икебеҙгә лә ҡыйын икәнлеген аңлайбыҙ бит тине. Һуңғы күрешеү Өфө аэропортында булды.  Мин августа янына барырға тейеш инем. 3 июль заданиеға инәсәге, әлегә юлға сыҡмай тороуымды һорап смс яҙҙы. Күңелемә тынғылыҡ тапмай үткәрҙем ошо осорҙо. Көнө-төнө Маратты уйланым, күңелем тулып, күҙемә йәш тығылып йөҙәнем. 9 июль уның һәләк булыуы тураһында хәбәр иттеләр.
Бөгөн төп йыуанысым - ҡыҙҙарым. Икеһе лә Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһында белем ала. Әминә йырларға, бейергә, Самира хайуандар донъяһын ярата. Үҫкәс ветеринария белгесе булырға хыяллана. Атайҙары тураһында яңынынан-яңы хәтирәләре менән бүлешәләр. Әсәйем, ҡәйнәм, апайҙарымдың ярҙамын тойоу ҡайғыны еңеләйтә һымаҡ. Марат балалар өсөн йәшәргә ҡушты, уның васыятын үтәргә тейешмен

тигән уй йәшәү көсө өҫтәй. Һәләк булғандан һуң “Ҡаһарманлыҡ өсөн”миҙалы  менән бүләкләнде,  уны күҙ ҡараһылай һаҡлайбыҙ.
... Бөгөн Ҡотош ауылы медсестраһы  Земфира Зариф ҡыҙы яугирҙәргә ярҙам әҙерләү һәм оҙатыу, окоп шәмдәре, маскировка селтәрҙәре үреү, йыуыныу кәрәк-ярағы туплау һәм ҡәҙерлеләрен юғалтҡан ҡатын-ҡыҙҙарға психологик ярҙам күрһәтеүгә ҙур көс һала. Бер-береңә ярҙам итеп, теләктәш булғанда Еңеүҙең тиҙерәк етеүен аңлай ул.

Уның рухы йәшәүгә көс һәм ышаныс бирә
Уның рухы йәшәүгә көс һәм ышаныс бирә
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: