Республикала Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылы сиктәрендә район хакимиәте башлығы Зәбир Ғабдуллин яугир әсәләре менән осрашты. Тулҡынландырғыс сарала ил һағында батырҙарса һәләк булғандарҙың яҡындары үҙ хистәре, күңел кисерештәре менән уртаҡлашты.
Зәбир Таһирйән улы осрашыуға килгән һәр әсә менән яҡындан танышып, ғаиләләрҙе борсоған мәсьәләләр тураһында ҡыҙыҡһынды, уларҙың сиселешендә ярҙам күрһәтеләсәге хаҡында белдерҙе.
Район етәксеһе Тыуған ил һағында батырҙарса һәләк булған яҡташтарҙың данын мәңгеләштереү буйынса яҡын киләсәккә билдәләнгән маҡсаттар хаҡында ла һүҙ алып барҙы.
Осрашыу бик фәһемле һәм йөкмәткеле булды. Яугирҙәрҙең ғаилә ағзаларын борсоған ҡайһы бер көнүҙәк мәсьәләләр ҡапма-ҡаршы ултырып һөйләшеү барышында ҡаралһа, район хакимиәте башлығына шәхсән мөрәжәғәт итеүселәр ҙә булды.
Сарала ҡатнашыусылар, үҙҙәренә ваҡыт бүлеп, иғтибар һәм ихтирам күрһәткән өсөн етәкселеккә рәхмәт белдерҙе.
Йылы сара гүзәл заттарға Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы уңайынан гөлләмә һәм бүләк тапшырыу, иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланды.
Осрашыуға килгән һәр кем: «Донъяла тиҙ арала тыныслыҡ урынлашып, илен һаҡлаған ир-егеттәребеҙ иҫән-имен әйләнеп ҡайтһын ине» тигән теләктә таралды.
Фәүзиә БАҠЫЕВА, яугир әсәһе:
- Бөгөнгө осрашыу бик оҡшаны. Күңел бер ни тиклем бушап ҡалды, еңеллек килде. Беҙҙе иғтибарһыҙ ҡалдырмаған өсөн район етәкселегенә рәххмәтемде белдерәм.
Автор фотолары.