Дәүләт ярҙамын алыу өсөн ойошманы республика биләмәһендә теркәргә, Рәсәй хөкүмәте ҡарары менән раҫланған форма буйынса МХО-ла ҡатнашыуҙы раҫлаған белешмә кәрәк.
Льготалы кредит физик йәки юридик шәхестәрҙең йәки шәхси эшҡыуарҙарҙың яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыуы шарттарында, шулай уҡ транспорт йәки күсемһеҙ милек рәүешендә залог булғанда бирелә, тип хәбәр итте "Башинформ".
2025 йыл Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылы тип иғлан ителде. 2024 йылда республика ошо маҡсатҡа 14 миллиард һумға яҡын аҡса йүнәлткән. Төбәктә яугирҙәргә һәм уларҙың яҡындарына иң яҡшы ярҙам системаларының береһе булдырылған.