«Ҡасып булһа ла барам, тигәйнем. Ниһайәт, минең теләгемә ҡаршыма килмәнеләр. Ҡасып барғандарҙы алалар, тип шаярттылар», - ти сал сәсле яугир. - Егеттәр күпләп һәләк була, телевизорҙан ҡарайым да йәлләйем. Шунан үҙем барырға ҡарар иттем. Сөнки аҙмы-күпме тәжрибәм бар, ҡасандыр беҙҙе йәшерен лагерҙа Афған һуғышына әҙерләгәйнеләр. Әммә мин 12 балалы ғаиләнән булғас, игеҙәк туғаным да хеҙмәт итеп йөрөгәс, мине алмаҫҡа ҡарар иттеләр. Бик барғым килгәйне. Совет заманында тыуған иле өсөн йәнен бирергә әҙер быуын үҫеп сыҡҡайны. Бына бөгөн беҙгә шундай ҡиммәттәр етмәй, йәштәр араһында МХО-ла кемдәр менән һуғышҡаныбыҙҙы ла белмәгәндәр, телефонына текәлеп ултырыуҙан ары китмәүселәр бар».
Рәүф Баев Ҡыҙыл Лиман һәм Луганск йүнәлешендә минометсы булып хеҙмәт итә. Батальонда иң олоһо булған яугирҙы хөрмәт итеп «Бай» (позывнойы) йөрөтәләр. МХО-ла ҡаһарманлыҡ менән хеҙмәт итеүе өсөн генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнә.
«Күбеһенсә йәш егеттәр менән хеҙмәт иттем. Һөжүмгә барған штурмовиктарға терәк булдыҡ, елкәбеҙгә һалып снарядтар ташыйбыҙ, урынлаштырабыҙ. Һәр ҡайҙа ла командир менән кәңәшләшеп эшләнек», — ти яугир.
Рәүф Баев МХО-ға тиклем колхозда эшләй, республикабыҙ һыуһаҡлағыстарын төҙөүҙә ҡатнаша. Ә уға тиклем газ тәьминәте ойошмаларында водитель булып эшләй, Төмән өлкәһенә, Ямал-Ненец автономиялы округына һәм Украинаға газ үткәрә.
«Беҙҙең егеттәр МХО-нан ҡайта башлаясаҡ, бергәләп тормошто рәтләргә, илебеҙҙе алға сығарыу өсөн тырышырға кәрәк. Был йәһәттән йәш кадрҙарҙы үҫтереү кәрәк. Шуға күрә «Башҡортостан геройҙары» программаһы бик ваҡытлы булдырылды. Минең тәжрибәм алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан МХО ветерандары өсөн әһәмиәтле булыр тип ышанам», — ти Рәүф Баев.
«Бөгөн беҙҙең махсус хәрби операция ҡатнашыусылары һәм ветерандары өсөн «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһы башлана. Иҫегеҙгә төшөрөп үтәм, беҙ уны президент ҡушыуы буйынса Геройҙар ваҡыты федераль проектының дауамы булараҡ тормошҡа ашырабыҙ. Әлеге ваҡытта алғы һыҙыҡта торған йәки өйөнә ҡайтҡан яугирҙәрҙе тәүәкәлләргә саҡырам! Һеҙҙең иң яҡшы сифаттарығыҙ, оҫталығығыҙ Башҡортостанға һәм илгә бик кәрәк. Барыһына ла уңыштар!» — тип яҙҙы ул социаль селтәрҙә.
Программаның маҡсаты — МХО яугирҙәре араһынан яңы быуын идарасылар әҙерләү. Проектта ҡатнашыу махсус операцияла ҡатнашҡан һәм урта һөнәри йәки юғары белемгә эйә булған һәр кем ғариза бирергә хоҡуҡлы.