«Ҡатнашыусылар Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән осраша. Был иһә туранан-тура һорау биреү һәм иң юғары кимәлдә ярҙам алыу мөмкинлеге, — тип билдәләне Оскар Ситдиҡов. — Башҡортостандың МХО ветерандары ассоциацияһы республиканың төрлө райондарынан 1500-ҙән ашыу ветеранды берләштерә. Форум улар өсөн фекерҙәштәр табыу ғына түгел, ә йәштәргә остаз булыу, үҙҙәренең илһөйәрлек рухын һәм тәжрибәһен тапшырыу өсөн уңайлы майҙансыҡ булып тора».