Ҡаланың Спорт һарайында көрәш буйынса Кинйә Арыҫланов исеменә ойошторолған Республика асыҡ турниры иң көслө спортсыларҙы йыйҙы. Уның маҡсаты – мәктәп уҡыусылары араһында милли көрәште пропагандалау, үҫтереү, илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү. Турнир шулай уҡ махсус хәрби операция барышында һәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә һәм республикала иғлан ителгән Күп балалы ғаилә йылына арналды. Мәртәбәле ярыш унынсы тапҡыр ойошторола, 13 иң көслө команда спортсылары милли көрәштә үҙ таҫыллығын һәм оҫталығын күрһәтте.
Был турала тулыраҡ гәзиттең киләһе һанында уҡырһығыҙ.