Республика Башлығы Радий Хәбировтың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһенән һуң, райондың Һарыш ауыл клубы, "Илһам" һәм "Йәйғор" вокал ансамблдәре художество етәксеһе Зәйлә ӘЛМӨХӘМӘТОВА үҙ фекере менән уртаҡлашты:
- Илебеҙ өлөшөнә төшкән ауыр ҡаршылыҡта еңеү өсөн йәмғиәттең тулыһынса бергә тупланыуы мөһим. Барыһының да һәм һәр кемдең дә берләшеүе, - тип белдерҙе Радий Фәрит улы. Уның әйткәнен хуплайым һәм тулыһынса килешәм.
Тормоштағы һәр ауырлыҡ бары тик берҙәмлек һәм татыулыҡ менән еңелә.
Бына инде ике йылдан ашыу беҙҙең ауылдың битараф булмаған халҡы һаҡлыҡ селтәрҙәре бәйләй, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә гуманитар ярҙам йыя. Селтәр үреүҙән тыш, ирекмәндәр яугирҙәр өсөн йылы ойоҡбаш бәйләй. Әҙер селтәр, йылы кейем һәм башҡа кәрәк-яраҡ башта Мәләүез ҡалаһына, унан фронтҡа һәм госпиталгә оҙатыла.
Беҙ был эште артабан да дауам итәбеҙ. Ватан һаҡсыларын ярҙам кәрәк булғанға тиклем хәстәрләйәсәкбеҙ.
Фото шәхси архивтан.