Көнгәк
+22 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX

БПЛА операторы булып хеҙмәт итһәң

Беҙҙең БПЛА операторҙарының махсус хәрби операцияла батырҙарса һуғышыуы билдәле. Шуға күрә күп ир-егеттәр контракт төҙөү өсөн нәҡ ошо ғәскәрҙе һайлай.

БПЛА операторы булып хеҙмәт итһәңБПЛА операторы булып хеҙмәт итһәң
БПЛА операторы булып хеҙмәт итһәң
 Бының яугирҙәр өсөн мөһим факторҙары ла бар. Әйҙәгеҙ, уларға туҡталып китәйек.

БПЛА операторҙары өсөн хәүефһеҙлек кимәле юғары. Сөнки уларҙың хеҙмәте хәрби һыҙыҡтан алыҫтараҡ бара.

Шулай уҡ оборона министрлығы уларға үҙенсәлекле хеҙмәт сроктарын тәҡдим итә. Контрактты бер йыллыҡ срок менән дә төҙөргә була. Был хеҙмәт үҙенсәлектәрен баһаларға мөмкинлек бирә. Артабан кеше эштән китә йәки яңы контракт төҙөй ала.

Яугирҙәргә һөнәрен һаҡлап ҡалыу гарантиялана. Илдең оборона ведомствоһы менән контрактта хәрби хеҙмәткәрҙе уның ризалығынан тыш БПЛА менән идара итеү менән бәйле булмаған башҡа һөнәргә йәки ғәскәрҙәрҙең башҡа төрөнә күсереп булмай.

БПЛА өлкәһендәге контрактсылар тулы социаль пакет ала. Уларға ҡануниәттә ҡаралған бөтә түләүҙәр, льготалар һәм социаль гарантиялар ҡағыла.

Бынан тыш, студенттарға махсус шарттар ҙа бар. Юғары уҡыу йорттарында уҡыусылар академик отпуск алып, контракт төҙөргә, ә хеҙмәттән һуң бюджетҡа кире ҡайтырға хоҡуҡлы.

Һөҙөмтәлелек өсөн өҫтәмә түләү бар. Дошмандың маҡсаттарына уңышлы һөжүм итеүселәргә 50 меңдән 500 мең һумға тиклем өҫтәмә аҡса ҡаралған.

БПЛА подразделениелары сафында хеҙмәт менән ҡыҙыҡһынған башҡа мөһим мәғлүмәтте башбат.рф сайтында, шулай уҡ 122 телефоны буйынса белергә мөмкин.

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Автор:
Читайте нас