

Был юлы иғтибар үҙәгендә - оҙаҡ һаҡланған аҙыҡ-түлек кенә түгел, ә тыуған йорттоң ризыҡтары. Әүҙем ҡатын-ҡыҙҙар Ватан һағындағылар өсөн башҡорт халҡының милли аҙыҡтарын әҙерләне. Был акцияла Сәриә Ҡолмөхәмәтова, Гөлфиә Хәсәнова, Зөлфиә Хәмитова, Ғәлиә Әҙеһәмова, шулай уҡ Антонина һәм Юлиә Ҡыуандыҡова ҡатнашты. Дөйөм тырышлыҡ менән улар 20 ҡап сәк-сәк бешерҙе һәм 15 ҡап ҡул туҡмасы киҫте.
«Ышаныслы тыл» ирекмәндәр хәрәкәтенең гуманитар миссияһы комплекслы эшләй. Редакцияға билдәле булыуынса, һуңғы рейс тиҫтәләгән кешенең тырышлығы менән тулыландырған.
Айырыуса Гөлфиә Хәсәнованы билдәләп үтергә кәрәк. "Башҡорт" позывнойлы яугирҙең ҡыҙы һәм мировой судьялар аппараты хеҙмәткәре махсус хәрби операция башланғандан алып ирекмәндәр хәрәкәте башында тора. Уның эше посылка туплау менән генә сикләнмәй, ә үҙе фронтҡа гуманитар йөк ташый. Күптән түгел гуманитар ярҙам тейәп, активист Ришат Саҙретдинов менән бергә хәрби хәрәкәт зонаһына барып ҡайтты.
«Йөрәк саҡырыуы буйынса» ирекмәндәре ҡоро аш һәм бутҡа, маскировка селтәре, Өфөнөң «Шьем и вяжем для СВОих. Башҡортостан» төркөмөнән йылы толстовкалар, жилеттар, ә урындағы халыҡ яугирҙәр өсөн тоҙланған йәшелсә, төрлө ҡайнатма, картуф, эске кейем, көнкүреш химияһы, оптика, тактик бысаҡтар, фонариктар һәм башҡа күп нәмәләр йыйып ебәргән.
Үҙҙәре йөрөй башлауын ул шулай аңлатты: “Беҙҙең йөктәрҙе ташыған кеше юлға ла сыҡмаған булған. Шуға күрә яңы команда туплап,был эште үҙебеҙ атҡара башланыҡ. Кемгә, нимә, ҡайҙа кәрәк - аныҡ адрестар һәм ғаризалар буйынса эшләйбеҙ. Мәҫәлән, яңы ғына Курск яғына барып ҡайттыҡ. Унда беҙҙе Мәләүез егете «Порох» көтә ине, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, гуманитар ярҙамды үҙе килеп алырға мөмкинлеге булманы, хәрби заданиела ине. Аҙаҡ бәйләнешкә сығып, барлыҡ гуманитар посылка килеп етте, тип әйтте».
Яугирҙәр менән осрашып күрешеү күңелле булһа ла, ирекмәндәр өсөн һаубуллашыу еңел түгел.
«Бер шулай ҡайтыу яғына сыҡҡайныҡ ҡына бер сәғәт элек кенә беҙ торған пункт ут аҫтында ҡалған тигән хәбәрҙе ишеттек», - тип бүлешә ирекмән ҡыҙ.
Ирекмәндәрҙең эше бөтмәй. Улар йыш ҡына Ҡотош ауылында йыйылып, ҡоро душ, үлән сәйҙәр эшләп, посылкалар туплай. Был кешеләрҙе бер маҡсат берләштерә - Тыуған ил сиген һаҡлаусыларға ярҙам итеү. Мәләүез ирекмәндәре тарихы – Рәсәйҙең халыҡ тылының нисек эшләүенә сағыу миҫал, унда һәр кем дөйөм Еңеүгә ҙур өлөш индерә.
Гөлназ САЛАУАТОВА.
Автор фотоһы.
Йөрәк йылыһы һалып әҙерләнгән ризыҡтар Ватан һағындағыларға өй йылыһын алып барһын.