

Махсус хәрби операция башланғас, ул башта ирекмән булып йөрөй. Мариуполь, Кременнойға яугирҙәр өсөн гуманитар ярҙам алып барыуҙа ҡатнаша. Ундағы хәлдәргә бер нисек тә битараф ҡала алмағанлыҡтан, 2024 йылда РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, ил һаҡсыларына ҡушыла. МХО-ға элемтәсе булараҡ хәрби хеҙмәткә алына.
Өс баланы бейеме һәм ҡайныһы үҙ ҡанаты аҫтына ала.
- Башта балаларҙы Төмән ҡалаһына барып ҡарарға тура килде. Каникулдарҙа ауылға алып ҡайтып йөрөнөк. Һуңынан бөтөнләйгә бында күсерҙек. Өлкәне Кәрим генә студент булғас, әлегә унда ҡалды. Ул Төмән транспорт технологиялары һәм сервис колледжының өсөнсө курсын тамамланы. Алинабыҙ быйыл һигеҙенсе класҡа, Әлиәбеҙ бишенсегә бара, - тип һөйләй бейеме Гөлфиә апай.
Ҡыҙҙарҙың икеһе лә ижади күңелле - Алина рәсем төшөрөргә, Әлиә йырларға әүәҫ.
Һәр бала кеүек, улар өсөн дә әсәләре иң яҡын, иң ғәзиз кеше.
«Әсәй һәр саҡ башҡаларға ярҙам итергә тырыша. Уның менән ғорурланабыҙ. Хатта дуҫтарым да шундай ҡыйыу әсәйебеҙ өсөн рәхмәт әйтә. Ул көн дә шылтыратып хәлебеҙҙе белешә. Еңел булмаған хеҙмәтендә уңыштар теләйбеҙ һәм һағынып көтәбеҙ» - былар Алина менән Әлиәнең һүҙҙәре. Ҡәҙерлеләре тураһында һөйләгәндә, йөҙҙәре балҡып, күҙҙәрендә осҡон уйнап китә. Орден-миҙалдарын, түш билдәләрен дә ҡәҙерләп һаҡлайҙар. Ә наградалар араһында ниндәйе генә юҡ!
«Кенәз Дмитрий Донской», «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыға», «Яугир-ирекмән», «Хәрби хәрәкәт ветераны»,
«Украинаны денафикациялау һәм демилитаризациялау буйынса махсус операция» миҙалдары, «Хеҙмәт өсөн рәхмәт», «Гуманитар ирекмәнлек корпусы» түш билдәләре һәм башҡа бик күп награда бар.
Уларҙың һәр ҡайһыһы нисек яуланған яугир үҙе генә беләлер.
«Блиндажда төнгө смена. «Баба Яга» тип аталған дрон позицияға инеп, беҙҙең өҫтә «эш»ен башланы. «Рәссам» ҡушаматлы егет яраланды. Ул рация аша ҡан юғалтыуын, жгут һала алмауын хәбәр итә. Тик уға бер кем дә яҡын килмәй, сөнки өҫтә дрондар әйләнә. Шул саҡ алмашсыма элемтә менән идара итеүҙе тапшырып, яралыға ярҙамға шыуышып үҙем киттем. Жгут һалып, блиндажға һөйрәп алып килдем. Артабан егеттәр менән яралыларҙы ташыныҡ. Уларға беренсе медицина ярҙамы күрһәттем. Иң ауыр яралы һалдат мөғжизә менән иҫән ҡалды...»
Был юлдар «Дым»дың хәтирәләренән алынды.
МХО-ға элемтәсе булараҡ хәрби хеҙмәткә алынған яҡташыбыҙ һуңынан санитарҙар курсын тамамлап, медротаға күсә. Хәҙер ул элемтә өсөн генә түгел, кеше ғүмере өсөн яуаплы...
Фото архивтан.