Көнгәк
+18 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX

Китапҡа арналған ғүмер

Китапхана китап, гәзит-журнал алыу урыны ғына түгел, кеше унда үҙ-ара аралашырға, уй-кисереше менән уртаҡлашып, күңелен бушатырға ла килә.

Китапҡа арналған ғүмерКитапҡа арналған ғүмер
Китапҡа арналған ғүмер

Китапхана китап, гәзит-журнал алыу урыны ғына түгел, кеше унда үҙ-ара аралашырға, уй-кисереше менән уртаҡлашып, күңелен бушатырға ла килә. Йәнгә тыныслыҡ биргән урында эшләгән хеҙмәткәрҙәр башҡаларҙан һәр кемдең хәлен аңлаған, файҙалы кәңәшен бирә белгән кешелекле һәм кеселекле булыуы менән айырылып тора.

Ҡаланың Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге 1-се китапханаһы  хеҙмәткәре Рәйсә Кәримова ла күптәрҙең үҙ кешеһенә әйләнгән.

Рәйсә Сәхи ҡыҙы 1964 йылдың 16 сентябрендә Федоровка районының Ишбүләк ауылында тыуған. 1982 йылда тыуған ауылында урта мәктәпте тамамлағас, уҡыуын Салауат ҡалаһында һөнәри-техник училищела дауам итә. Һуңынан Өфө китапхана техникумында белем ала.

Артабан  уның тормош юлы Мәләүез еренә бәйләнә. Йәш белгестең хеҙмәт юлы ҡаланың 3-сө мәктәбенән башланып, һуңынан Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге 1-се ҡала китапханаһында дауам итә. Рәйсә Сәхи ҡыҙы бөгөн дә уға тоғролоҡ һаҡлаған алыштырғыһыҙ хеҙмәткәрҙәрҙең береһе.

Күптәрҙең яратҡан китапханасыһына әйләнгән райондашыбыҙ күптәрҙең яҡын дуҫы, серҙәше, кәңәшсеһе лә...

Мәҡәләне гәзиттең 21-се һанында уҡығыҙ.

Фото архивтан. 

Автор:
Читайте нас