ЯҠЫНДАРЫҒЫҘҘЫ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Экология
24 Апрель 2023, 17:00

Урмандарға керһәң, һыҙғырып кер...

“Башҡортостан” милли паркынан берәү 33 төп ҡарама, 5 төп муйыл ағасын рөхсәтһеҙ киҫкән. Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә. Республиканың  урман фондына зыян килтергән кеше матди зыянды ҡаплатасаҡ, уның күләме миллион һумдан ашыу. Йәйәү йөрөһөн

Урмандарға керһәң, һыҙғырып кер...
Урмандарға керһәң, һыҙғырып кер...

Юл-транспорт ваҡиғаларында фажиғә йыш теркәлә. Иҫерек килеш машина менән идара иткән водителдәр бигерәк ҙур хәүеф тыуҙыра. Патруль-пост хеҙмәткәрҙәре ҡатынды туҡтата, уның иҫерек икәнлеге асыҡлана. Уға административ штраф һалына, ваҡытлыса водитель хоҡуғынан мәхрүм ителә.

Ҡатындарға ни етмәй?

Ни өсөн гүзәл зат бер-береһенә ҡул күтәрә? Һөйләшеп килешеү өсөн һүҙ бөткәндәме? Яңыраҡ 40 йәшлек ҡатын үҙенән ике йәшкә өлкәнерәгенең “әпәй шүрлегенә менеп төшкән”, ул ғына түгел, үлтереү менән янаған.

Ресторанда эшләргә теләгәндәр

Медицина белешмәһе булмағандарҙы аш-һыу әҙерләгән ергә эшкә алмағандарын һәр кем белә. Ике һылыу еңел генә эшкә урынлашырға теләй, уның өсөн әҙер документ алыу маҡсатында ялған хеҙмәт күһәтеүселәргә интернет аша аҡса күсерә. Һөҙөмтәлә 5 мең аҡсаларынан да ҡолаҡ ҡаға.

Урмандарға керһәң, һыҙғырып кер...
Урмандарға керһәң, һыҙғырып кер...
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: