Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Экология
17 Май 2023, 15:10

Был туҙбаш йыланмы әллә питонмы?

Өфө районының Нагаево ҡасабаһындағы шәхси йорт баҡсаһында ошондай ҙур йылан тапҡандар. Уларҙан ҡотолоу серҙәре тураһында аҫтағы һылтанмаға инеп таныша алаһығыҙ.

Был туҙбаш йыланмы әллә питонмы?
Был туҙбаш йыланмы әллә питонмы?

 Туҙбаштың оҙонлоғо бик булһа метр тирәһе. Быныһының оҙонлоғо, һүрәттән күренеүенсә, өс метрҙайҙыр. Ҡурҡҡанға ҡуш күренә тиҙәр, әллә шулай тойоламы ғына икән? Уларҙан ҡотолоу серҙәре тураһында аҫтағы һылтанмаға инеп таныша алаһығыҙ.

 

Баҡсала бөжәк, кимереүсе, ҡош йомортҡалары күп булған ергә улар эйәләүсән була. Ҡараңғы урындарға, тиреҫ өйөмөнә, кәбән, сүп-сара араһына, ҡыуаҡ-ағас күп булған урынға оялай.

Баҡсаға эйәләшкән йыландарҙан нисек ҡотолорға? Ҡойма буйына һарымһаҡ, гәрсис сәсергә була, яндырылған резина еҫен дә яратмай был һөйрәлеүсе. Нафталин, селитра, гербицид, солярка еҫен дә яратмай.

Йылан эйәләшмәһен өсөн баҡсаны тәртиптә тоторға, ағастарҙы һирәкләтеп киҫеп, үләндәрҙе сабып торорға кәрәк. Махсус сауҙа урындарында биологик препарат һатып алып төтәтергә мөмкин:  еҫе уларҙы ҡурҡыта. Йыландарҙан терпеләр яҡшы һаҡлай.

Был туҙбаш йыланмы әллә питонмы?
Был туҙбаш йыланмы әллә питонмы?
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: