80-се йылдар башында бер ҙур ғына ҡалаға күсеп барып, заводҡа эшкә урынлаштым. Уның ярҙамсы цехында яҙыу-һыҙыу эшендә эшләп йөрөйөм, ә күршемдә рәссамдар бүлмәһе. Улар унда төрлө һүрәт төшөрә. Араларында бер 35 йәштәр самаһындағы Роберт исемле өлкән рәссәам бар ине. Үҙенең эштәре бик матур килеп сыға торғайны. Ҡайһы берҙәрен беҙгә лә күрһәтергә теләп, кабинетына саҡырып ала ла:
- Ну как вам вот эта работа? – тип һорай.
Беҙ иһә, бик матур, тип тегене маҡтап алабыҙ.
Һәләтле кеше булһа ла, бер сәйер яғы ла күҙгә ташлана торғайны. Ҡайһы берҙә башыма, әллә шаяртамы, әллә хыялыймы был, тигән уйҙар килгеләне. Бүлмәләрендә электр плитаһы ла, сәйнүге лә бар ине. Төшкә тиклем сәй ҡайнатып алалар.
Бер көн Роберт беҙҙең ҡатта инженер булып эшләгән Альфредты сәй эсергә саҡырған. Беҙ һине биш минуттан сәй эсергә көтөп ҡалабыҙ, тигән. Уныһы сынаяғын тотоп барһа, сәйҙең еҫе лә юҡ икән. Ҡайҙа сәйең, тигәс, ниндәй сәй тағы, беҙҙә әлеге мәлдә эш ҡайнай. Һеҙ генә эшһеҙ йөрөйһөгөҙ. Минән торһа, һеҙҙең кеүектәргә тутыҡ тин дә түләмәҫ инем, тип яуаплаған өлкән рәссам. Янында эшләгән йәштәре көлөп, уның һүҙен ҡеүәтләп ҡуйғандар.
Альфред был хәлгә шаҡ ҡатып, кабинетыма инеп һөйләп китте. Әллә был кешенең мейеһенә зыян килдеме икән, ти. Мин уны, шаярталыр, бик иғтибар итмә, тип тынысландырырға теләнем.
Хеҙмәттәшем сығып китеп ун минут ваҡыт үтмәне, тағы килеп инде. Үҙе бер аҙ тынысланған кеүек тойола. Иллаһи, биллаһи, был әҙәмдең башы төҙөк түгел, ахырыһы, тип аптырай. Баҡһаң, Роберт бер ни булмағандай, Альфред янына тағы килеп, һине күпме көтөргә була, сәй һыуына бит инде, тигән икән.
Был хәлдән һуң ул рәссамдар бүлмәһенә инмәҫ булды. Бер нисә көндән йәнә коридорҙа осратып, әллә миңә үпкәләп йөрөйһөң инде, күренмәйһең, тип һүҙ ҡушҡан. Шул һүҙҙәрҙән һуң бер көн ул тағы ла тегеләрҙең янына инеп, хәлдәр нисек, эш барамы, тип һораһа. Роберт күҙ ҡырыйы менән генә ҡарап, йөрөйҙәр инде эшһеҙлектән йонсоп, бында йырып сығырлыҡ түгел, тип әйтеп һалған.
Ошо ваҡиғанан һуң Альфред ярһып, ҡыҙарынып-бүренеп беҙгә килеп инде.
- Бынауының яңағына берҙе ҡундырһам, миңә нисә йыл бирерҙәр икән, - тип һорай.
Мин уны йәнә тынысландырырға теләп:
- Булышма, башың китер, - тинем.
Альфред иһә, ауыр уфтанып:
- Ул клоунмы, әллә берәй диагнозы бармы икән, - тип ҡуйҙы.
Беҙ Роберттың психик сәләмәтлегенә шикләнеп ҡараһаҡ та, уның начальниктар менән һөйләшкәненә аптырарлыҡ ине. Ул ваҡытта унан да тәртипле, аҡыллы кеше юҡ кеүек!
Һуңғы ваҡытта йыш ҡына йәш саҡтар иҫкә төшә. 70-80-се йылдар тотороҡло заман булды.Үҙ-ара дуҫ, татыу эшләһәк тә, һәр коллективта бер төрлө кешеләр ҙә осрап торҙо. Ундайҙарға иғтибар итмәҫкә генә ҡала инде. Үҙ һаулығың ҡәҙерлерәк, тип уйлайһың.
Борон ундайҙарҙы «бесноватый» тип тә атағандар. Бөгөн иһә энергия һурыусы вампир тип йөрөтәләр.Улар башҡаларҙы сығырынан сығарып, көс алып йөрөй. Ни хәл итәһең, әҙәм балаһының тәбиғәте әле булһа тулыһынса өйрәнеп бөтөлмәгән.
Халҡыбыҙҙа «Аҡылһыҙ еңдем, аҡыллы ҡуйҙым тип әйтер» тигән мәҡәл дә бар бит.
Ә. Өмөтбаева
* исемдәр үҙгәртеп алынды.
Фото архивтан.