Көнгәк
+3 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар

“Киналағы һымаҡ ятам бит” (Гүзәл Һырлыбаеванан мәҙәктәр)

Шул әлеге лә баяғы аяҡ менән больницала йөрөнөм дә, анау текә баҫҡыстарҙан саҡ атлап аҫҡа төштөм. Юлдың ике яғынан да машиналар теҙелгән. Бер-береһенә ҡаршы ҡыҫылып тигәндәй уртанан ике машина килә. Тапалып ҡуймайым, тип тертәндәп ситкәрәк атлайым тигәнсә, әлеге аяҡ инде, тегеләрҙең алдына салҡатан һуҙылдым да яттым. Өҫкә ҡарап тик ятам. Тороп китерлек рәт юҡ. Машиналарҙың береһенән бер ир төштө. Мине танып төшкән икән. -Гүзәл, нимә ҡарап ятаң ул, тор. Әллә больницала спирт еҫкәтеп сығарҙылармы? - тей был. -Киналағы һымаҡ ятам бит, - тейем. -Нисек?

“Киналағы һымаҡ ятам бит” (Гүзәл Һырлыбаеванан мәҙәктәр)
“Киналағы һымаҡ ятам бит” (Гүзәл Һырлыбаеванан мәҙәктәр)

Лаҡаптар буш ерҙә тыумай шул. Халыҡ араһында әленән-әле булғылап торған мәрәкәле хәлдәрҙең дә осо ысын ваҡиғаларға барып төртөлә.

Йырсы, гармунсы, сәсәниә Гүзәл апай Һырлыбаеваның да тормошонда ҡыҙыҡ хәлдәр бихисап. Күңеле киң, йөҙө бөтә кешегә асыҡ Гүзәл Абдразаҡ ҡыҙы бына бөгөн беҙҙе, редакция ҡатын-ҡыҙҙарын, ике мәрәкәһен һөйләп, көлдөрөп сығып китте.

Һоҡланырлыҡ көслө кеше ул Гүзәл апай. Йәшләй генә тормош юлдашын юғалтып, өс балаһын яңғыҙ аяҡҡа баҫтырған, сабый юғалтыу ҡайғыларын да кисергән. Аяуһыҙ сир менән көрәшеп ғүмер итеүе айырым тарих... Ләкин тормошто, кешеләрҙе яратыуы, изге күңеле уға бөгөлөргә бирмәй – ул донъяға йылмайып баға! Гүзәл апайҙың рөхсәте менән уның ике мәрәкәһен һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ.

*

“Намаҙ уҡып ултырам бит”

Аяҡ менән ҙур ғына проблема булып, ауыр ғына операция үткәргәс, тигеҙ ерҙә лә абына башланым. Таяҡ менән йөрөһәм дә эләгеп кенә барам.

Бер шулай район үҙәгендә юл аша сығырға булып асфальтҡа менеүем дә булды, ҡулымдағы таяғым тайып китеп, тубыҡланып ултыра төштөм. Етмәһә, таяғымдың осона эйәк ныҡ итеп төртөлдө (уныһы аҙаҡ күгәреп сыҡты). Тороп китеп булмай. Аптырап тик ултырам. Эргәмә ирле-ҡатынлылар туҡтаны:

-Нимештәп ултыраң ул?

-Намаҙ уҡып ултырам бит. – Быныһы минең яуап.

-Уй, Аллам, үлеп барһа ла көлөп ултыра бит әле, - тип былар ярҙам итергә булды.

Ире арттан ике яҡтан ҡултыҡ аҫтынан тотҡайны, эй, һин ипләберәк, ҡулыңды артыҡ сусайтма, тип йәнә бер көлдөрөп алдым да, рәхмәт инде, тороп киттем.

*

“Кинолағы һымаҡ ятам бит”

Шул әлеге лә баяғы аяҡ менән больницала йөрөнөм дә, анау текә баҫҡыстарҙан саҡ атлап аҫҡа төштөм. Юлдың ике яғынан да машиналар теҙелгән. Бер-береһенә ҡаршы ҡыҫылып тигәндәй ике машина килә. Тапалып ҡуймайым, тип тертәндәп ситкәрәк атлайым тигәнсә, әлеге аяҡ инде, тегеләрҙең алдына салҡатан һуҙылдым да яттым. Өҫкә ҡарап тик ятам. Тороп китерлек рәт юҡ. Машиналарҙың береһенән бер ир төштө. Мине танып төшкән икән.

-Гүзәл, нимә ҡарап ятаң ул, тор. Әллә больницала спирт еҫкәтеп сығарҙылармы? - тей был.

-Кинолағы һымаҡ ятам, - тейем.

-Нисек?

-Һуң кинола ҡатын-ҡыҙҙар берәй иномарка алдына ҡолап китә лә, ахыры, теге машинаның бай водителе сығып күтәреп ала һәм аҙаҡтан теге ҡыҙ шуға кейәүгә сыға бит, - тейем.

Быныһы ла: “Эй, ҡыҙыҡһың инде, үлеп барам тимәй, көлөп ята бит әле”, - тип көлә-көлә торғоҙошоп китте теге.

Аҙағы нисек бөттө, тиһегеҙме? Ҡайҙа ул, ҡоро ыҙалап ҡолауым ғына булды, иномаркалы “бай” кәләш итеп алманы. Тормош кино түгел шул)))

 

Автор: Тансылу Багаутдинова.
“Киналағы һымаҡ ятам бит” (Гүзәл Һырлыбаеванан мәҙәктәр)
“Киналағы һымаҡ ятам бит” (Гүзәл Һырлыбаеванан мәҙәктәр)
Автор: Аклима Имамова
Читайте нас