Көнгәк
-11 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар

Хызыр Ильяс (башы)

Юлдарҙа күп йөрөнөм мин, оҙон-оҙон юлдарҙы үттем.

Хызыр Ильяс (башы)
Хызыр Ильяс (башы)

Юлдарҙа күп йөрөнөм мин, оҙон-оҙон юлдарҙы үттем. Имгәкләп, тәпәйләп, йәйәүләп! Арбалар, саналар, сәпиттәр, машиналарға ултырып үттем. Әсәйем менән юл йөрөнөм, атайым менән! Атайымдың ҡыҙыл матайы менән. Бала ғына сағымда трактор арбаһына ултырып, Ирәндектең аръяғына төшөп килдем. Тау артындағы бүтән донъя менән тәүге танышыуым ине!
Һәлмәк кенә атлап, ҡабаланмай ғына үткән берләм генә һуҡмаҡтарым бар ана шул Ирәндектә!
Югереп, елеп, табандарым ергә теймәй осоп үткән киң юлдарым бар яландарҙа! Урмандағы тар ғына һыйыр һуҡмаҡтары буйлап та әҙ үтмәнем.
Үҫә килә автобусдарға ултырҙым. Байтаҡ Баймаҡ юлын тапаным. Интернатта уҡыған сағымда поездға ултырып, Өфөнө күреп ҡайттым.
Самолетҡа, вертолетҡа ултырып һауа юлдарын үттем, электричкаларҙа ер аҫтындағы юлдарҙан елдерҙем, Башҡортостанды, Рәсәйҙе арҡырыға үттем, буйға...
Иптәштәрем менән юл йөрөнөм, коллегаларым, дуҫтарым менән...Таныштар,таныш түгелдәр менән...Бик изге кешеләргә юлдаш булдым, холоҡһоҙораҡтар ҙа осрағыланы... Донъя бит! Юлдарҙа яңы дуҫтар таптым, серҙәштәр... Аҡыл һатыусылар ҙа,ләстит һатыусылар ҙа, бәлеш һатыусылар ҙа юлымда күп осранылар.
Күп аҡылдар йыйып, серҙәр төйнәп, сит ерҙәргә һибелгән ризыҡтарҙы йейеп байтаҡ йөрөлдө.
Беләккә ридикюль элеп кенә лә, арҡаларға әрмек тоҡтар аҫып та, арба этеп тә, сана һөйрәп тә юлға сығылды. Башыма төшкәс!Балларымды йөкмәп, күтәреп, етәләп күп юлдарҙы тапаным. Ел-ямғырлы,дауыл-буранлы юлдар, ап-аҡ юлдар, дөм ғаралары, туҙанлы, боҙло, соҡор-саҡырлы, йәм-йәшел юлдарҙан да үттем.

-Хызыр Ильяс юлдашығыҙ булһын! Фирештәләрҙең ҡанаттары аҫтында йөрөгөҙ! - әсәй менән атайҙың юл алды теләктәре ошолай ҡыҫҡа ғына, әммә сикһеҙ ҡөҙрәткә эйә инеләр! Бүтән теләктәрен ирендәрен яй ғына ҡыбырҙатып, ауыҙ эсенән генә теләйҙәр, һорайҙар. Уныһын бер Хоҙай ғына ишетә.
- Ҡыҙым, юлдарыңда әсәһенең ап-аҡ ҡына күкрәк һөтөн имеп үҫкән изге әҙәмдәр генә осраһын,- гастролдәрҙә йөрөгәнемдә бер оло ғына инәйҙә ҡунып сыҡҡайным. Ошондай доғала ултырып ҡалғайны уным. Йәне Йәннәттә булһын!
Хәҙер үҙем балаларымды юлға оҙатҡанда ошо доғаларҙы шыбырлайым. Оло юлмы, ҡыҫҡамы мөһим түгел. Сүп түгергә сыҡҡандарында ла шул бер доғаламын. Олоғайыу ғәләмәтелер.
Үҙем дә юлға сыҡҡан һайын бер теләктә: Хызыр Ильяс юлдашым булһын...
Быйыл Өфө-Күсей араһын Тоҡтағол менән Күсей юлы һымаҡ итеп алдым ул, әйтәүер... Яйы тура килгән һайын таксиға ултырам да, беҙҙең боронғо әбейҙәр әйтмешләй тудайым - сүдайым сабам!
Такси табыуы ҡыйын түгел. ,,Өфө-Сибай-Баймаҡ ", Ирәндек юлдары”, ,,Попутчик Уфа-СиБаймак!” чаттары менән ватсап сыбарланған.,, Урындар бар. Машина уңайлы. Иномарка. Посылка алам” - ниндәй генә иғлан юҡ!
Попутчиктар ҙа уңай. Юл ыңғайы пассажир йыйып ала ла, сыға ла китә. Үҙ йомошон да йомошлай, бензинлыҡ аҡса ла кеҫәһен тишмәй.
Ана шул попутчик менән ,,дуҫлашып " алдым бит.
Ял көндәре аяҙ, яуым-төшөм күрһәтмәй интернет! Ҡайтып, картуф ҡаҙып алып, баҙға төшөрөп китәйем, тип юлға сыҡтым. Тиҙ генә машина ла табылды. Беләктә-ридикюль.
Машина комфорт! Ҡуҙғалыу менән йоҡлап киткәнмен. Башымдың сайҡалып килеп, машина тәҙрәһенә ,,Тыҡ!” итеп төкөлөүенә уянып, тәҙрә аша тышҡа күҙ һирпеп алам да, тағы йоҡоға китәм. Йоҡо аралаш ауыҙымдың асылып китеп барғанын һиҙеп уянам. Телефонға тексәйеп киләм.Фәлән ерҙе үттем, тип элемтә булған ерҙәрҙә статустар ҡуям. Донъянан артта ҡалыу юҡ!
Тағы йоҡлап китәм.
-Инәй, килеп еттек. Уянығыҙ. Сибай! - таксистың көр тауышына уянып китәм.
-Бәй, ҡустым, мин Хәлилдә үк төшөп ҡалырға тейеш инем... йоҡлап киткәнмен.. Һиңә аңғартманыммы ни? - бер килке ҡулымдан төшөрөп ебәргән телефонымды эҙләйем. Шунан онлайн аҡса күсерә алмай аҙапланам. Күҙем күрмәй. Күҙлегемде аяҡ аҫтыма төшөрөп ебәргәнмен дә бер быялаһын сатнаған булып сыҡты! Таксист сабыр ғына көтә...

Автор - Сулпан Әбдрәхимова.

(Дауамы бар.)

Фото архивтан. 

Автор: Лена Хайруллина
Читайте нас