Интернет селтәрендә бер ағай мәкегә ҡапҡас эшләүе тураһында видео һалған. Матур, уңайлы ғына баяғы ҡапҡас. Шуның аҫтына ҡайһы берәүҙәр, хәҙер кеше мәкегә йөрөтмәй, һәр кемдең ишек алдында һыу бар, малға һыуҙы йылытып эсерергә кәрәк, мал йылға буйын бысрата, тип яҙғандар. Мал нишләп бысратһын инде. Ул йылға буйында пиво эсеп, кәнфит сәйнәп ултырамы. Йылға буйын кеше бысрата!
Ә хәҙерге көндә, ысынлап та, мәке уйып, таҙартып тороусылар әҙ. Ишек алдында ғына һуғара ла ҡуябыҙ.
Ә элексе... Ҡыҙыҡ була торғайны. Һыйыр, ат теҙелеп берләм юлдан сығып китә, һарығы әҙ булһа улары ла ҡушыла. Икенсе берәүҙең һыйырҙары менән тура килһә, китә һөҙөшөү. Шуларҙың араһында һин йөрөйһөң илап, маңҡаң бысранып, айырам тип. Улары балаларға баш бирмәй. Унан башмаҡ-фәлән сығып китә, арт яғын һикертә-һикертә, Хоҙай ҡушмаған тауыш сығарып, уйнаҡлап. Баҫтырып йөрөп хәл бөтә. Унан берәүһенең кәбәненә инеп китә лә туҡмалып килеп сыға. Ҡоторошоп берләм юлдан сығып китеп көрткә батҡан ваҡыттары ла була. Йөрөйһөң шунан ҡысҡырып, тауышың ҡарлығып, илап хәлең бөтөп. Ҡайтҡас еще, оҙаҡлаған өсөн, атайҙан эләгә. Ул эшкә ҡабалана бит инде. Аңлатып маташһаң:"Һин нимә өсөн эйәреп йөрөйһөң ҡайырмағас, эшкинмәгән!" - тип әрләй.
Беҙҙең атай шуға ла кеше малын һуғарып бөткәс кенә беҙҙе ебәрергә тырышты. Ул саҡта рәхәәәәт. Эйәреп бараһың да, эйәреп ҡайтаһың. Атты етәкләйһең. Һыйыр, ат һыу эскәндә "сүүүүүк, сүүүүүк" тип торған булаһың, ул нимәне аңлатҡандыр инде. Аттар һыу эсеп туйһалар, ауыҙҙарын шапылдата торғайнылар, шунан о-о туйҙы, тип уйлайһың.
Унан ергә һуҙылып ятып тороп, таштары күренеп, сылтырап ҡына ағып ятҡан һыуҙы эсеп алаһың. Ныҡ һыуыҡ та булмай торғайны, әммә тәмле, йомшааааҡ ҡына ине. Һыуҙың ситенә ҡатҡан йомро ғына боҙҙо ялайһың, мороженое тип хыялланып. Унан, эш бөткәс, мал туйғас, яйлап ҡайтып китәһең. Һыуҙа эсәк сайһалар, һыйырҙар унан эсмәй йонсота ине.
Яҙ етә башлаһа һыйырҙар күҙҙәрен йомоп тороп ҡояшта тороп алалар. Мин дә күҙемде йомам да ҡояшҡа битемде ҡуям, рәхәәәәәт кенә була торғайны.
Һыуҙы йылытып эсереү тураһында һүҙ ҙә булманы шикелле. Быҙаулаған һыйырға ғына шулай эсерә торғайныҡ. Ә йылғала былай ҙа һыу улай һыуыҡ булманы ул. Мин ятып эсерлек булғас, нормальный һыу булған инде. Хәҙер ҡыш артыҡ һыуыҡ та түгел. Ну былай ошо көндәрҙә һыуыта тине. Һеҙҙә лә урам боҙмо? Беҙҙә ялтырап ята юлдар, атларлыҡ та түгел. Анау көнө ямғыр яуғайны.
Һеҙ бала саҡта нисек мал һуғара торғайнығыҙ?
Зөлфирә ТАҺИРОВА.
https://vk.com/zulya_tagirova
Фото архивтан.