Был ғибрәтле хәл тураһында мин бер нисә йыл элек, поезда китеп барғанда ишеткән инем.
Яҙғаным 50 йәштәрҙәге ҡатын-ҡыҙ менән булған ваҡиғаны һүрәтләй. Ул ҙур булмаған ҡалала йәшәй. Күптән түгел һөйөклө ирен юғалтҡан. Берҙән-бер ҡыҙы үҙенән алыҫта. Янында тыуған-тыумасаһы ла юҡ. Ирен юғалтҡас, тормоштан йәм тапмай бер була.
Шулай көндәрҙән бер көндә, парк эскәмйәһендә ултырғанда, янынан 65 йәштәр самаһындағы бер ҡатын урын ала ла, һүҙ башлап ебәрә. Улар танышып китеп, телефон һандары менән алмаша. Яңы танышы: «Әйҙә минең баҡсаға барайыҡ, исмаһам, саф һауа һулап, ял итеп ҡайтырһың», - тип, уны ял көнөндә дачаһына саҡыра.
Ирина көн буйы башын да күтәрмәй эшләй: түтәлдәрҙе уташа, һыу һибешә, өй йыйыштырыша. Хужабикә уға йүнләп сәй ҙә эсермәй. Яңы танышы үҙе алып килгән бутерброд менән тамаҡ ялғай. Был хәл аҙна һайын ҡабатлана.
Элеонора башта асыҡ, кеше хәленә инерҙәй ҡатын булып күренә. Шулай йәй ҙә үтеп китә. Иринаға рәхмәт йөҙөнән ике ташҡабаҡ тоттора. Баҡса эштәре тамамланғас, «мин һинән оло, һаулығым да ҡаҡшаған, шуға күрә ярҙам кәрәк» тип, уны өйөнә саҡыра башлай. Ҡатын уның тәҙрәләрен, керен йыуыша. Тора-бара үҙенең буш хеҙмәтсегә әйләнгәнен һиҙмәй ҙә ҡала. Улар аҙна һайын бергәләп мунсаға йөрөй. Унда ла өлкән йәштәге танышын бала кеүек йыуындыра. Магазиндан аҙыҡ-түлек ташый. Элеонораға был ярҙам да аҙ булып тойола. Ул Иринаға йүнле мөнәсәбәт тә күрһәтмәй, һирәк-һаяҡ ҡоро сәй эсерә.
Шулай ике йыл үтеп китә. Тора-бара хужабикә ярҙамсыһы менән бойороҡ тонында ғына һөйләшә башлай.
Яҙға сыҡҡас, ул дачаһына төкәтмә эшләтергә булып китә. Төҙөүселәр араһында утыҙ йәштәр тирәһендәге Марина исемле бик сая, ҡыйыу ҡатын була.
Кеше баҡсаһында бил бөгөп йөрөгән ҡатынды күреп, ул:
- Һеҙгә был эш өсөн күме түләйҙәр? - тип һорай.
- Юҡ. Ниндәй түләү? Беҙ бит әхирәттәр, - тип яуаплай Ирина.
Шул саҡ хужабикә килеп сығып, үҙенең сираттағы бойороғон биреп инеп китә. Йәш төҙөүсе был сәйер хәлгә аптырап ҡала.
- Ирина Петровна, һеҙ бит гипноз ҡорбаны. Күҙҙәрегеҙҙән күреп торам, үҙ хәлегеҙҙе аңлап та еткермәйһегеҙ, - ти Марина.
Был хаҡта осрашып һөйләшербеҙ, тип, яңы танышының телефон һандарын яҙып ала.
- Һеҙ бит юғары белемле, аңлы кеше. Ни эшләп үҙегеҙҙе ҡол хәленә төшөрәһегеҙ? - тип аптырап, уға гипноз тәьҫиренән ҡотолорға ярҙам итергә теләк белдерә. Башта телефон һандарын үҙгәртергә, ишек асмаҫҡа кәңәш бирә, кәрәк булһа, хатта фатирҙы икенсе урамға алмаштырырға тура киләсәк, ти.
Маринаның осрауы күктән фәрештә төшкәндәй була. Юғиһә, Элеонора Иринанан ҙур сумма кредит алдыртырға ниәтләгән икән. Имеш, кесе улы кеше машинаһын бәрҙергән. Әсә уйынса, уның еңел аҡыллы, ҡатындан-ҡатынға, эштән эшкә күсеп йөрөгән утыҙ биш йәшлек улына бары ул ғына ярҙам итергә тейеш булып сыға. Биш йөҙ мең аҡсаны ҡайҙан табырға, тип илап, үҙен йәлләтеп, кредит алып бирергә ризалашып бөткән сағында Марина осрап, хаталы аҙымдан йолоп ҡала.
Ул ике йыл буйы рәхмәт ишетмәй, ҡомһоҙ кешегә ҡол булып йөрөп, үҙен дә, фатирын да ҡарамай йәшәй. Кейем-һалым да алмай, бөҙрәханаға ла йөрөмәй. Ятһа ла, торһа ла, Элеонора күҙ алдынан китмәй.
Өлкән йәштәге танышы ғына уның үҙенән ситләшкәнен ауыр кисерә. Уны нисек тә ысҡындырмаҫҡа тырыша. Иринаның ишеге төбөнә хатта һыу һибеп, ҡайҙандыр тупраҡ алып килеп һибеп йөрөй. Тик уларҙың тәьҫире булмай.
Ошо хәлдән сығып әйткем килә: туғандар бер-береһе менән аралашып йәшәһен ине. Бигерәк тә, кешенең башына ҡайғы төшкән саҡта. Юғиһә, хәсрәтле мәлеңде файҙаланып, Элеонора кеүек ҡоҙғондар эйәләшеп ҡуйыуы ихтимал...
Динә ҒӘЙНЕТДИНОВА.