Көнгәк
+23 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX

Аҙналыҡ йондоҙнамә (4 - 10 май)

   

Аҙналыҡ йондоҙнамә (4 - 10 май)Аҙналыҡ йондоҙнамә (4 - 10 май)
Аҙналыҡ йондоҙнамә (4 - 10 май)

Ҡуҙы
Хәл менән идара итеүҙе үҙ ҡулы­ғыҙға алығыҙ һәм һәләттәрегеҙҙе асыу өсөн юл эҙләгеҙ. Башланғыстар өсөн иң яҡшы мәл. Тиҙҙән ныҡлы дуҫлыҡҡа әүерелер­ҙәй файҙалы танышыу буласаҡ.

Буға
Тиҙҙән эшегеҙҙе үҙгәртер­гә йәки яңы проект башлап ебәрер­гә ҡа­рар итеүегеҙ ихти­мал. Уңыш һеҙҙең яҡ­та булыр, тип вә­ғәҙәләй йондоҙҙар.

Игеҙәктәр
Йәйәү йөрөү, ял һәм сәйәхәт итеү өсөн уңайлы ваҡыт. Бурыстар көтөп торор. Әлегә туғандар менән аралашыуҙы яйға һалыу һәм үҙеңде ҡайғыртыу мөһимерәк.

Ҡыҫала
Төшөнкөлөккә бирелеүҙән туҡтағыҙ. Барыһы ла үҙ яйы менән бара, ағымдағы ҡатмарлыҡтар ваҡытлы һәм тиҙҙән юҡҡа сығасаҡ. Тынысланығыҙ һәм ялға ваҡыт табығыҙ.

Арыҫлан
Аҙна матди мәсьәләне хәл итеү өсөн яҡшы. Файҙалы әйбер һатып алыу өсөн шәп мөмкинлек асыла. Яҡындарығыҙ менән бергәләп әүҙем ял итегеҙ, был һеҙҙе яҡынайтасаҡ.

Ҡыҙ
Астрологтар тирә-яҡҡа иғтибарлыраҡ ҡарар­ға кәңәш итә - ҡыҙыҡлы танышыу көтөлә. Һеҙ бик һөйкөмлө шәхес, кешенең һеҙҙең менән яҡыныраҡ танышырға теләүендә бер нин­дәй сәйер нәмә лә юҡ.

Үлсәү
Эштә тикшереүгә әҙер булығыҙ, отчет менән шөғөлләнегеҙ һәм документацияны әҙерләгеҙ. Әгәр һеҙ үҙегеҙҙе яҡшы яҡтан күрһәтһәгеҙ, бонусҡа иҫәп тота алаһығыҙ. Уңыштың төп сере - ҡарарҙың ябайлығы.

Саян
Эрудиция менән балҡырға, талантты күрһәтергә һәм фекерҙәш табырға мөмкинлек биргән ваҡиғалар башланасаҡ. Ләкин сит кәңәштәргә ышанырға ашыҡмағыҙ.

Уҡсы
Тәүәккәллек күрһәтергә мөмкинлек тыуһа - тик тормағыҙ. Был етәкселеккә көслө йоғонто яһар һәм карьера үҫешенә ярҙам итер. Мөхәббәтте һәм үҙ-ара аңлашыуҙы нығытыу өсөн уңышлы осор.

Ылаҡ
Саф һауала спорт өсөн яҡшы мәл. Был ва­ҡыт­та ҙур мәсьәләне хәл итергә йәки етди конт­ракт төҙөргә кәңәш ителмәй. Иң мөһиме - план­ды һәм теләкте аныҡ билдәләү.

Һыуғояр
Иғтибарҙы мөһим мәсьәләгә тупла­ғыҙ. Был аныҡ һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкинлек бирәсәк. Яртығыҙҙы эҙләһәгеҙ, йондоҙҙар арағыҙҙағы кешегә күҙ һалырға кәңәш итә.

Балыҡ
Әүҙем рәүештә мәнфәғәтегеҙҙе яҡ­лағыҙ, был осорҙа һеҙҙән ҡыйыулыҡ талап ителә. Таланты­ғыҙҙы күрһәтергә оялмағыҙ.

Автор:Дина Ишматова
Читайте нас