

Ир арыҫланы — ата балаһы, ҡайҙа барһа ла сер бирмәҫ.
Ир аҫылы — һиммәтле, ҡыҙ аҫылы — ҡиммәтле.
Ир булған ир — егерме биштә баш булыр,
Ир була алмаған ир — иллелә лә йәш булыр.
Ир булған ир — ирекле.
Ир булһаң, ер бул, ер барыһын да күтәрә.
Ир булһаң, иргә таян.
Ир булһын, ипле булһын.
Ир ғүмере — бер көн.
Ир-егет башына эш төшкәндә һыналыр.
Ир-егет майҙан тотор.
Ир-егет ни күрмәй, ир күңеле ни белмәй.
Ир-егет өйҙә тыуыр, яуҙа үлер.
Ир-егет өйҙән сыҡһа, өйөрөнә ҡушылыр.
Ир-егет үҙе өсөн тыуа, иле өсөн үлә.
Ир-егет үлемдән ҡурҡмаҫ.
Ир-егеттең оялыуы — имән ағастың бөгөлөүе.
Ир-егеттең үлгәне — имән ағастың һынғаны.
Ир-егеттең эсендә эйәрле-югәнле ат ятыр.
Ир-егеттең юлдашы — тәүәккәллек.
Ир йөрәгенә таяныр.
Ир игеҙе имгәктә.
Ир ирек өсөн үлер.
Ир ирекле башын ҡол итмәҫ.
Ир ирлеген итер, еренә етер.
Ир ирлеген итер, моратына етер.
Ир ике һөйләмәҫ.
Ир ике һөйләһә, үҙе башына.
Ир кешенең бер һүҙе — ҡатын кешенең йөҙ һүҙе.
Ир кисмәҫлек йылға юҡ.
Ир күңеле — иркенлек.
Ир ҡанаты ат була.
Ир ҡәҙерен ир белер.
Ир менән ир араһы — ер менән күк араһы.
Ир муйынында ҡыл арҡан серемәҫ.
Ир мәлһеҙ булмаҫ, егет ерһеҙ булмаҫ.
Ир үлһен дә дан ҡалһын.
Ир хазинаһы — иҫке һүҙ, уның сырағы — иҫке дуҫ.
Ир һынамаҡ — бер бурыс.
Ир шашҡанда билдәле, ат сапҡанда билдәле.
Ирҙе намыҫ ярлы иткән.
Ирҙең көсө беләктә лә йөрәктә.
Ирҙең һүҙе үлгәнсе, үҙе үлһен.
Ирҙә ҡыйыулыҡ булһа, эштә ҡыйынлыҡ булмай.
Ирҙәргә эш булһын, ҡатын-ҡыҙға һүҙ булһын.
Ир-егет бер көрәштә ике йығылмаҫ.
Ирлек төбө — берлек.
Ирекле баштан ир үлмәҫ.
Күлде ҡамыш матурлай, ирҙе намыҫ матурлай.