Бынан бер нисә ай элек бөтә нәмә шәп ине...

Эшемдә лә уңыштар, һаулығым да урынында, кәйефем дә һәр ваҡыт күтәренке булды. Тик кинәт кенә бөтә тормошом артҡа ҡарай тәгәрәй башланы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бынан бер нисә ай элек бөтә нәмә шәп ине...Бынан бер нисә ай элек бөтә нәмә шәп ине...
Бынан бер нисә ай элек бөтә нәмә шәп ине...

Көн һайын иртән тороуы шул тиклем ауыр, минең бөтә көсөмдө һыпырып алғандар һымаҡ тоям. Йөҙөм ҡарайҙы, күҙҙәремдең нуры һүнде. Эштә лә, ғаиләлә лә сәбәпһеҙгә бөтә кеше менән талашып-тартышып ҡына торам, һәр ваҡыт йәнем көйә.
Иң сәйере — кис етһә, өйҙә үҙем генә ҡалһам кемдер артымдан күҙәтеп торған һымаҡ ҡурҡыныс була башланы. Төнөн шомло төштәр күреп, ҡул-аяғым бәйләнгән һымаҡ булып илап уянам. Күптән түгел генә кеҫәмдән билдәһеҙ ҡара еп менән бәйләнгән сәнскеле бер нәмә табып алдым, уны кем һалғанын бөтөнләй белмәйем.
Был әллә боҙоммо икән? Үҙем элек бындай нәмәләргә ышанмай инем, ә хәҙер ошо хәлдән, ни эшләргә белмәйем. Зинһар, файҙалы кәңәш ҡалдырығыҙсы. Өфөлә йәки яҡын-тирә райондарҙа көслө, дини юл менән уҡып сихыр сығара торған муллалар бармы икән?

Автор:
Читайте нас