

Ғәзизә инәй тәҙрәнән ҡарап торғанда уларҙың баштарына яулыҡ ябынып, урам буйлап йүгереп үткәндәрен күрә. «Ен-пәрейҙәр һәр ерҙән дә юл таба, хатта энә күҙеләй генә ер булһа ла, шунан да үтеп инәләр», — тигән.
Ғәзизә инәй ҡартайып, баҡыйлыҡҡа күскәс, «бысраҡ» йортта уның ҡыҙы Таифа ҡалды. Ул да йыш ҡына: «Төн еттеме, иҙән аҫтында һөйләшеүҙәр, көлөүҙәр, бәхәстәр башлана», — тип һөйләй торғайны. Бер төндө Таифа мейес янында ике ир-аттың ҡысҡырышып бәхәсләшкәнен ишетеп, ҡурҡып уянып китә. Ҡото осоуҙан йөрәге алҡымына тығыла. Аҙаҡ, түҙә алмайынса, аяғы менән тәҙрәне тибеп вата ла, тышҡа һикереп сыға, күршеләренә йүгереп барып, шунда ҡуна.
Ен-пәрейҙәрҙе ҡыуыу өсөн мылтыҡтан ете тапҡыр атырға кәрәк, тиҙәр. Әммә Ғәзизәбаныуҙар ғаиләһендә ир-ат булмағас, атыусы ла юҡ ине.
Разыйфа апайҙың ата-әсәһе Ғәзизә инәйҙең мунсаһында йыш йыуына торғайны. Бер мәл ендәр әсәһенең бер итеген мунса эсендә йәшереп ҡуя. Хужалар бөтә ерҙе эҙләп сыға, ләкин тапмайҙар. Атаһы әсәһенә икенсе итеген алып килер өсөн өйгә барырға йыйынғас, әсәһе яңғыҙ ҡалырға ҡурҡа. Атаһы әсәһен күтәреп сығара ла, икенсе итегенә баҫтыра һәм яңыһын алып килә. Иртәнсәк мунсаға килһәләр, юғалған итек үҙ урынында тыныс ҡына тора икән.
Шул уҡ мунсала күршеләр миндек менән таҫтамалын онотоп ҡалдырғандар һәм уларҙы ҡояш байығас ҡына алырға килгәндәр. Ишеккә яҡынлашып та өлгөрмәгәндәр — көтмәгәндә мунса ишеге гөрҫ итеп асылып киткән, миндек менән уға уралған таҫтамал тышҡа осоп сыҡҡан, ә ишек шул уҡ гөрһөлдәү менән ябылып та ҡуйған. Йәнәһе лә, киҫәткәндәр: ваҡытһыҙ йөрөмәгеҙ, тип.
Яншыҡ ауылындағы ҡарттар: «Артығыҙҙан бер ҡасан да ҡан һүлен ҡалдырмағыҙ, мотлаҡ барыһын да йыуып таҙартығыҙ, юғиһә, был урында ендәр төпләнер. Кеше ҡаны түгелгән һәм кемдер һәләк булған ерҙе яндырырға кәрәк. Әгәр яндырмаһаң, ендәр мотлаҡ шунда төпләнәсәк», — тип һөйләй торғайнылар.