Бәйән ителәсәк тарих ысын мәғәнәһендә беҙҙең ғаиләне саҡ тарҡатманы. Бер нисә йыл элек иптәшемде күрше районға комадировкаға ебәрҙеләр. Быға тиклем ауылдан ситкә сыҡмаған йәремдең сумкаһына аҙналыҡ ризыҡ әҙерләп, алмаш кейемдәрен тәҫләп һалып үҙем дә иларҙай булып оҙатып ҡалдым. 25 йыл буйына бер ҙә бер-беребеҙҙән айырылғаныбыҙ, айырым түшәктә йоҡлағаныбыҙ булманы.
Ике аҙнанан һуң ялға ҡайтҡанында нисектер арыған, йонсоған һымаҡ тойолдо. Кискә табан мунса яҡтым - ҡан баҫымы күтәрелгәс, барманы. Яратҡан ҡабаҡ бәлешенә лә үрелмәне. Шулай аңҡы-тиңке йөрөнө лә, кискә тағы командировкаға юлланды. Нисектер, арала сиселеш тапмаған аңлашылмаусанлыҡ шаршауы барлыҡҡа килгәндәй тойолдо.
Телефон аша һөйләшеп булмай, беренсенән бәйләнеш юҡ, икенсенән төнгө сменала эшләгәс, көндөҙ ял итә. Балалар ҙа ҡалала үҙаллы йәшәй, һирәк ҡайталар, йортта бер үҙем бер инеп, бер сығып тиремә һыймай йөрөйөм.
Ауылдың теге осонда кәрт һалған апай йәшәй. Малы, ҡош-ҡорто юғалһа, хатта ғаилә мөнәсәбәттәре боҙолоп китһә, күптәр уға килә. Быға тиклем уға мөрәжәғәт иткәнем булманы, шунлыҡтан уңайһыҙланып тупһа аша үттем. Ярым ҡараңғы бүлмәләге түңәрәк өҫтәл артында мине көткәндәй серле генә йылмайып алды ла, сепрәккә төрөлгән кәрттәрен тарата башланы. Был ваҡытта мин йомошомдо әйтеп өлгөрмәгән инем әле.
Балалар тураһында бөтә мәғлүмәтте дөп-дөрөҫ һөйләне, хатта ейәнемдең аяғындағы шешен алдырыуы тураһында ла бәйән итте. Ҡулымдан тотто ла “Ирең менән мөнәсәбәттәрең боҙолоп тора. Тегендәге эш урынында насар холоҡло ҡатын һеҙҙең араны боҙор өсөн йәшерен генә түш кеҫәһенә боҙом эшләнгән ирен буяғысын һалған. Был турала ирең белмәй, ҡайтыу менән футболкаһы менән мунсаға яҡ, тик ҡулың менән тотма, хатта ҡарама ла”, - тине.
Миңә кәңәштәрен биреп, бөтәһе лә яҡшы буласағы тураһында һөйләп, оҙатып ҡалды. Ысынлап та, ялға ҡайтҡан иремдең кеҫәһендә помада ята ине. Уны шым ғына мунса мейесенә ташланым. Ошонан һуң башҡаса йыраҡҡа эшкә йөрөмәне. Ә теге ҡатын ҡайҙан телефон һандарын алғандыр, уға бер ни тиклем ваҡыт, смс хәбәрҙәр ебәреп маташты. Бына шулай, хыянатҡа көсләп этәргән заттар ҙа була икән.
Рәфилә ВАХИТОВА.